Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 12:05

Һыу - йәшәү сығанағы

Арлар ауылы йорттары үҙәкләштерелгән һыу селтәренә тоташтырылды.

Һыу - йәшәү сығанағы

Һуңғы йылдарҙа Ишембай районы ауылдарында төҙөкләндереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Ауыл Советы биләмәләрендә юлдар ремонтлана, һыу торбалары һуҙыла, йорттар газ селтәренә тоташтырыла.

Ошо көндәрҙә Арлар ауылы халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды, йорттарға һыу инде. Халыҡтың шатлығы менән уртаҡлашыр өсөн Арларға юлландыҡ.

Быға тиклем ауыл халҡы һыуҙы ҡойонан һәм Шиҙе йылғаһынан алған. Былтыр күптән көткән хыялдары тормошҡа ашҡан, Арлар ауылының Подгорный урамына үҙәкләштерелгән һыу системаһы үткәрелә башлаған. Быйыл был урамға тулыһынса һыу торбалары һалынған.

- Һыу үткәреү селтәрҙәре республиканың маҡсатлы социаль программалар фонды аҡсаһына башҡарыла. Арларҙа әле егермеләп йорт һыу селтәренә тоташтырылды, киләһе йыл был эш дауам итер, тип уйлайым. Һайран ауылында иһә 125 йорт иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһендә лә тиерлек һыу үткән. Әле янғын часы биләмәһендә һыу үткәреү эштәре алып барыла, - ти Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев.

Халыҡтың шатлығы сикһеҙ. Арлар ауылында йәшәүсе Зәлиә Зәйнетдинова ла ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Крандан һыу ағып тороуына ул ышанып та етмәй. Ҡалалағы кеүек тиҙҙән йылы һыу ҙа ағыр әле.

- Быға тиклем беҙ һыуҙы ҡойонан ала инек. Урамға һыу үткәс, шунда уҡ уны өйгә тоташтырҙыҡ. Хәҙер бына крандан һыу ағып тора. Халыҡтың йәшәү шарттары яҡшыра. Был мөмкинселек өсөн ауыл Советы хакимиәте башлығына, хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти ул.

Һайран янғын часы районыбыҙҙың 12 ауылын хеҙмәтләндерә. Коллективта 17 кеше эшләй. Әлеге ваҡытта янғын часы биләмәһендә һыу үткәреү өсөн траншеялар ҡаҙыла, һыу торбалары һуҙыла, гидрант ҡуйыла.

- Янғын часы һыуһыҙ тора алмай. Янғын сыға ҡалһа, беҙ һыуҙы күрше-тирә ауылдарҙан һәм һыу ятҡылыҡтарынан ала торғайныҡ. Гидрант беҙгә күнекмәләр үткәреү өсөн дә бик кәрәк ине. Был ваҡытҡа ла, яғыулыҡҡа ла файҙа, - ти Һайран ауылының янғын часы начальнигы Рөстәм Әхмәтшин.


Автор фотолары.

Һыу - йәшәү сығанағы
Автор:Гөлнора Йәмилева