

“Һөйөп-наҙлап ҡына үҫтергән ҡыҙыбыҙ ауылға һуңғы ҡайтҡанында шаҡ ҡатырҙы. “Кейәүгә сығам”, – тигәс, шөкөр тиеп, еңел һуланыҡ. Юғары белем алып, биш йылға яҡын эшләп йөрөгән ҡыҙымдың ғаилә ҡорорға ашыҡмауы эсте бошора башлағайны. Тик... Кейәү булаһы кеше минән саҡ ҡына йәшерәк, 51 йәштәге ир булып сыҡты. Ә ҡыҙыма яңы 28 тулды.
Бергә эшләйҙәр икән. Ғаиләһе булған, әммә айырылышыуына арыу уҡ ваҡыт үткән. Ул кешенең ҡыҙыбыҙ менән тиңдәш ике улы бар. Һүҙ юҡ, белемле, етеш тормошта йәшәгән кеше, балаларын да эйәле-башлы иткән, әле лә уларҙы ярҙамдан ташламай, ти.
Ҡыҙымды яманлап бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, яҡшы уҡыны, тырышып эшләй. Һәйбәт кенә эш хаҡы ала, беҙгә бүләк-күстәнәстәрен тейәп ҡайтып төшә. Бала саҡтан маҡсатлы булды. Бер ҡалаҡ һыуға һалып йотмалы һылыу үҙе. Әле яңыраҡ үҙе эшләгән ойошма исеменән Мәскәүҙәге төп компания үткәргән конкурста ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты.
Белмәйем, нимә эшләргә? “Әсәй, борсолма, ул – яҡшы, изге күңелле кеше”, – ти ҡыҙым. Бәлки, шулайҙыр ҙа... Беҙ балабыҙҙы үҙенән шул тиклем оло, етмәһә, ғаиләһенән айырылған кешегә кейәүгә бирербеҙ, тип үҫтермәнек, ул турала хыялланманыҡ. Ҡаршы төшһәк, бәхетенә аяҡ салырбыҙмы икән? Аптырайым. Төрлөсә уйлап-уйлап, уйҙарҙың осона сығырлыҡ түгел... Ирем дә ҡара көйөп йөрөй, әммә өндәшмәй. Бәлки, төркөмдәштәр кәңәш бирер?
Альбина. Мәләүез районы”.