

21 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Федераль һалым хеҙмәте мөһим дәүләт структураһы булараҡ 31 йыл эсендә танылыу яулап өлгөрҙө – бөгөн бөтә кимәлдәге бюджеттарҙың тулыланыуы һәм йәшәү
рәүешебеҙҙең сифаты уның эшмәкәрлегенә бәйле.
Байрам уңайынан ҡалабыҙҙа урынлашҡан Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара һалым хеҙмәте етәксеһе Лариса Антошкина үҙ коллективының уңыштары менән уртаҡлашты.
- Ишембай ҡалаһы буйынса дәүләт һалым инспекцияһы 1990 йылда ойошторола. Унда ни бары 10 кеше эшләгән була. Бар мөлкәт – ручка ла амбар кенәгәһе. Ҡайҙа ти ул ҙур, яҡты бүлмәләр, йыһаздар? Шундай ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, Федор Ургачев етәкселегендәге коллективта намыҫлы, эшһөйәр, талантлы һалым инспекторҙары эшләй.
2013 йылда Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара һалым хеҙмәте көньяҡ райондың дүрт һалым инспекцияһын берләштерә. Хәҙер уның
белгестәре 100 муниципаль берәмекте, шул иҫәптән, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларын хеҙмәтләндерә. Күгәрсен, Мәләүез, Ишембай, Ейәнсура, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында урынлашҡан тораҡ пункттар ҙа ошонда уҡ ҡарай.
...31 йыл эсендә һалым хеҙмәте системаһында ҙур үҙгәрештәр булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, һалым түләүселәр араһында онлайнсервистарҙы оҫта файҙаланған өр-яңы быуын барлыҡҡа килде – улар менән эшләүе күпкә еңелерәк һәм уңайлыраҡ.
Әйтергә кәрәк, 25-се район-ара һалым хеҙмәте төбәктәге иң ҙур органдарҙың береһе. Ул бюджетҡа килгән аҡсаның 90 процентын тәшкил итә. Бында һалым иҫәбендә 5 меңгә яҡын юридик һәм 500 меңдән ашыу физик шәхес, 7,5 мең шәхси эшҡыуар теркәлгән. Бюджетты тулыландырыу буйынса ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәре менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бындай эшмәкәрлек ысулы һалымдың килеменә йоғонто яһап ҡына ҡалмай, ә IT-проекттарҙа ҡатнашыуға мөмкинлек тә бирә. Һөҙөмтәлә, ағымдағы йылдың туғыҙ айында төрлө кимәлдәге бюджетҡа 11 миллиард 500 миллион һум аҡса килә. Ошо осорҙа страховка иғәнәһенән 8 миллиард 281 миллион һум аҡса туплана. Онлайн-сервистарҙың актуаллеген дә телгә алып үткәйнек. Әгәр быға тиклем һалым түләүсе туп-тура инспекцияға килһә, хәҙер ул интернет селтәрен иркен файҙалана. Бөгөн һалым һәм бухгалтерия иҫәп-хисап ҡағыҙҙарын электронһанлы ҡултамға менән ебәреү киң таралған.
Киләсәктә был төр хеҙмәтләндереүҙе ҙур һанлы сервислы компания итергә маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.
Әлеге мәлдә Рәсәйҙең федераль һалым хеҙмәте сайтында 70-тән ашыу онлайн-сервис эшләп килә. Ҡала, район инспекцияларының сайтында «Шәхси кабинетта» 200 меңдән ашыу физик шәхес теркәлгән. Ошо көндәрҙә шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең «Шәхси кабинеттары» яңыртылды, шуға ла һалымды онлайн режимында түләп була. Бөгөн Ишембайҙа урынлашҡан Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара һалым хеҙмәтендә 200-гә яҡын кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәребеҙ, төп эштән тыш, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Эшебеҙҙең, тырышлығыбыҙҙың Башҡортостан үҫеше өсөн мөһим икәнлегенә шигебеҙ юҡ. Коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, бөтә башланғыстарында уңыштар теләйем! Шулай уҡ һалым хеҙмәтенең ветерандарына һәм пенсионерҙарына бөтә изге теләктәремде еткерәм!