

Балалар В.И.Ленин һәйкәлен йәмһеҙләгән һәм «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса төҙөлгән яңы балалар майҙансығында ҡорамалдарға етди зыян килтерелгән.
Ултырышҡа үҫмерҙәр, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары саҡырылғайны. Хоҡуҡ боҙоусылар видеокүҙәтеү камералары ярҙамында асыҡланған. Балалар майҙансығын емергән ике бала ошо уҡ ихатала йәшәй.
Ошо ике осраҡта килтерелгән зыян йөҙ мең һумдан артып китә. Балалар полицияға иҫәпкә ҡуйыласаҡ,улар менән шәхси профилактик эштәр алып барыласаҡ. Ә ата-әсәләр балаларына йәмәғәт урындарында тәртипле тотоу ҡағиҙәләре тураһында һөйләргә һәм «вандализм» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралғанын аңлатырға тейеш.