

Республика етәксеһе район хакимиәте башлығы вазифаһында Азамат Фәрит улының эшен юғары баһаланы: "Алға" айырым иҡтисади зонаһын үҫтереү, юлдар төҙөү, районға газ үткәреү, ҡала һәм район инфраструктураһын яңыртыу.
Азамат Абдрахмановтың һөнәри тәжрибәһе республика Хөкүмәте эшендә ярҙам итәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп беренсе урынбаҫар Азат Ишемғолов тәғәйенләнде.