

Билдәле тележурналист өсөн Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе Ростислав Мырҙағолов та тауыш биргән.
Быға тиклем Азамат Ғибәҙулла улын күптәр Әлмөхәмәтов фамилияһы менән белә торғайны. 2020 йылдың декабрендә ул фамилияһын Йәнбирҙинға әсәһе Гөлшат Әмин ҡыҙы
Әлмөхәмәтованың һуңғы теләге буйынса үҙгәрткән. Йәмәғәт палата ағзалары шулай уҡ дүрт комиссия рәйестәрен һәм урынбаҫарҙарын һайланы.
Мәғариф, спорт, йәштәр сәйәсәте, ирекмәнлекте үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Марина Таран буласаҡ. Комиссия рәйесе урынбаҫары итеп Марина Таран урынына Святослав Дрейман тәғәйенләнде.
Инфраструктура, биләмә үҫеше, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡкоммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссия рәйесе вазифаһын Роза Хужина башҡарасаҡ.
Элекке етәксе Әлиә Әхмәҙуллина вәкәләттәрен һалды һәм Ғәлим Яҡупов урынына Мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу буйынса комиссия рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иреклелеген яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, йәмәғәт контроле һәм йәмәғәт советтары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары вазифаһында Булат Сафинды Евгений Мельников алмаштырҙы.
Яҡташыбыҙ Азамат Йәнбирҙинды яңы вазифаһы менән ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан