Йәмғиәт
13 Ноября 2021, 05:05

Имен йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Республикабыҙҙа 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш кампанияһы башланды – уҙған шаршамбы районыбыҙҙан хәрби хеҙмәткә тағы 17 яҡташыбыҙҙы оҙаттыҡ.

Имен йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!Имен йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Имен йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Ишембай ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары Кирилл Клюкин белдереүенсә, быйылғы көҙгө саҡырылыш сиктәрендә барлығы 90 егет армияға алынасаҡ. Улар Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең төрлө өлкәһендә һынау тотасаҡ.

- Хеҙмәт итеү – тормош тәжрибәһен туплау ул. Яҡташтарыбыҙ Хабаровскийҙан алып Калининградҡа тиклем юлланасаҡ, бигерәк тә быйыл улар Төньяҡ Флотҡа күпләп талап ителә, - тип уртаҡлашты Кирилл Александрович. – Райондаштарыбыҙҙың спорт һәм интеллектуаль һәләткә иғтибар бирелгән иң яҡшы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә мөмкинлеге бар.

Ысынлап та, егеттәребеҙ – әҙерлекле һәм яуаплы, күптәренең спорт разряды, урта йәки юғары белеме бар.

- Спортты бәләкәйҙән яраттым, туғыҙ йәштән алып бокс менән шөғөлләндем. Үҙем Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалын тамамланым, - ти Кинйәбулат ауылы егете Линар Ханнанов. – Техник белемем дә, спорт буйынса тәжрибәм дә булғас һис шикһеҙ хәрби хеҙмәтте үтергә тейешмен. Йәштәштәремә лә ҡыйыуыраҡ, батырыраҡ булырға кәңәш итер инем.

Тыуған илгә хеҙмәт итеү, тимәк, ата-әсәңде, туғандарыңды, дуҫтарыңды яҡлау – һәр ир-егеттең тормошонда мөһим бурыс. Ихтыяр көсөгөҙ, рухығыҙ нығынып, һеҙҙе көтөп ҡалғанғандарға имен-аман әйләнеп ҡайтығыҙ, яҡташтар!

 

Автор фотоһы

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас