Йәмғиәт
13 Ноябрь 2021, 12:12

Ауыл хәбәрҙәре

Кеше организмы дөрөҫ хәрәкәт итһен өсөн, ғөмүмән, йәшәр өсөн туҡланырға кәрәк, ә инде тормош сифаты юғары кимәлдә булһын тиһәгеҙ, дөрөҫ туҡланыу зарур.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Организмға бөтә кәрәк витаминдар аҙыҡ һәм һыу аша инә. Туҡланыу ризыҡтарының сифаты һаулыҡҡа, физик үҫешкә, эшмәкәрлеккә, эмоциональ торошҡа һәм тормош сифатына ҙур йоғонто яһай. Ошо маҡсат менән беҙ балалар өсөн "Дөрөҫ туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе" тип исемләнгән әңгәмә үткәрҙек.

Әңгәмәбеҙҙә балаларға магазин кәштәләрендә күҙҙе ҡыҙҙырып ялтырап ятҡан чипсы, кириешка, кока-коланың зыяны тураһында аңлаттыҡ. Әңгәмәбеҙ аҙағында тәмле алма, әфлисун һәм кәбеҫтәнән эшләнгән файҙалы салат менән һыйландыҡ.

 

Фото: https://vk.com/public189179960

Автор:Ҡалыу-Айры ауыл клубы
Читайте нас