Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 15:10

Ишембайҙың йәмиғ мәсетендә яңы имам-хатип

Ишембай ҡалаһының йәмиғ мәсетенә яңы имам -хатип тәғәйенләнде. Был яуаплы бурыс Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллинға йөкмәтелде. Бөгөн мәсеттә Йома намаҙы уның ҡатнашлығында үтте.

Ишембайҙың йәмиғ мәсетендә яңы имам-хатипИшембайҙың йәмиғ мәсетендә яңы имам-хатип
Ишембайҙың йәмиғ мәсетендә яңы имам-хатип

Илнур хәҙрәт Ишембай ҡалаһында тыуып-үҫкән. 2006 йылда Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған. Артабан дини белем алыу маҡсатында Мысырға юллана. Әл-Әзһәр университетында белем ала, дини өлкәлә уның тамамланмаған юғары белеме бар.

- Йәмиғ мәсетенең имам-хатибы итеп тәғәйенләүҙәре минең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Мәсетебеҙҙә барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ошоноң ҡәҙерен беләйек. Йома намаҙҙарына йөрөйөк. Башҡа көндәрҙә лә мәсетебеҙҙең ишектәре асыҡ. Көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем килә алаһығыҙ, - тине ул.

Иң мөһиме мәсеткә ингәндә маска кейеү, ҡулдарҙы эшкәртеү һәм башҡа хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмайыҡ.

Ишембайҙың йәмиғ мәсетендә яңы имам-хатип
Ишембайҙың йәмиғ мәсетендә яңы имам-хатип
Ишембайҙың йәмиғ мәсетендә яңы имам-хатип
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас