

Был шишәмбегә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, муниципаль районда 80 меңдән ашыу электрон биттәр тултырылған, уларҙың 87 проценты иҫәпселәр тарафынан
башҡарылған, 10,2 проценты “Дәүләт хеҙмәттәре”нә һәм 2,8 проценты стационар участкаларға тура килә.
- Барлыҡ 157 иҫәпсе лә үҙҙәренең эшен намыҫ менән үтәй. Көн һайын йорттар, фатирҙар буйлап йөрөйҙәр. Халыҡ иҫәбен алыу сараһы тамамланыуға бер нисә генә көн ҡалды.Тәүҙә эләгә алмаған йорттарға иҫәпселәр ҡабаттан йөрөп сыға, контролерҙар контролләү сараһын күрә, - тине Башҡортостанстаттың Ишембай ҡалаһындағы подразделениеһы етәксеһе Гөлсинә Ғилманова.
Алға ҡуйылған ҙур эш теүәлләнеүгә бара. Көҙән, Октябрь, Иҫкесәк ауылдарында халыҡ иҫәбен алып барыусы Светлана Ибәтуллина ҡуйылған бурысты тулыһынса башҡарып ҡуйған. Ул барлығы 420-ләп йортто үтеп сыҡҡан.
- Бөтә көсөмдө иҫәп алыуға йүнәлттем. Тормош иптәшем дә эшемдең яуаплылығын аңлап торҙо. Шуға йорт мәшәҡәттәре был осорҙа миңә бик эләкмәне. Иртәнән алып кискә саҡлы иҫәп алыу эше менән мәшғүл булдым. Эшемде теүәл итеп башҡарып сыға алыуым өсөн, әлбиттә, ауылдаштарыма ла рәхмәтлемен. Береһе лә ҡаршы килмәне, әйҙүкләп торҙолар. «Ҡасан беҙгә киләһең?» тип алдан һораша инеләр хатта, - тип ауыл халҡына рәхмәтен әйтергә лә онотманы Светлана Ғәли ҡыҙы.
Хәҙер инде 36 йыл Көҙән ауылында йәшәүсе Светлана Ибәтуллинаға эшен йылдам башҡарып сығыуҙа ауылдаштары араһында ышаныс, хөрмәт яулауы ла булышлыҡ итмәй ҡалмай. Шуға һәр йортта уға ишек асыҡ булыуы ла ғәжәп түгел.
Күптәр иҫәпсенең килеүен өйҙәрендә көтһә, бер нисә йортта йәшәүселәр иҫәп алыуҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” аша үткән.
Светлана Ғәли ҡыҙының рулдә булыуы ла эшендә ҙур ярҙам. Күрше ауылдарға йөрөгөндә үҙ машинаңда юлланыуҙың уңайлылығы баһалап бөткөһөҙ.
Иҫәпсе эше әңгәмәсем өсөн ят түгел. Хәҙер инде ул бишенсе тапҡыр иҫәп алыуҙа ҡатнаша. Уның өсөһө ауыл хужалығы иҫәбен алыу менән бәйле. Тәүге осорҙа ҡағыҙ тултырырға тура килһә, хәҙер өсөнсө тапҡыр эште планшет ярҙамында башҡара.
- Әлбиттә, планшет менән күпкә еңелерәк, уңайлыраҡ. Ҡағыҙға тултырыу мәшҡәтле лә, ваҡытты ла күберәк ала. Элек китапханасы булып хеҙмәт иттем, эшем компьютер менән бәйле булғас, өйрәнеүе ҡыйын булманы, - тип яңы алымдарға ыңғай баһа бирҙе әңгәмәсем.
Ҡуйылған бурысты теүәл үтәгәндә күңелдә ҡәнәғәтлек тойғолары барлыҡҡа килә. Яуаплылыҡ, эшеңде еренә еткереп башҡарыу – сифатлы һөҙөмтә нигеҙе.
Автор фотоһы