Йәмғиәт
11 Ноябрь 2021, 17:04

Ишембай ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре эше юғары баһаланды

Быйыл йәй республика күләмендә "Иң яҡшы ирекле янғын һүндереүсе" смотр-конкурсы үткәйне. Дүшәмбе көн район хакимиәтендә мәртәбәле һынау еңеүселәренә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының грамоталары һәм вымпел тапшырылды.

Ишембай ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре эше юғары баһаландыИшембай ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре эше юғары баһаланды
Ишембай ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре эше юғары баһаланды

Әйтергә кәрәк, беҙҙең район ауыл биләмәләрендә ирекле янғын һүндереүселәр командаһы хеҙмәткәрҙәре иңенә ҙур йөкләмә һалынған. Конкурста юғары баһа алыу ошо ҙур тәжрибә һөҙөмтәһе булып торҙо. Сарала "Ишембай ирекле янғын һүндереү командаһы" урындағы йәмәғәт ойошмаһы исеменән Әрмет һәм Ишәй янғын һүндереүселәре үҙен лайыҡлы күрһәтте.
Минебай Хәлитов ирекле янғын һүндереү командаһы булдырылғандан бирле тыуған ауылы Әрмет һәм яҡын-тирә ауылдар биләмәһен уттан һаҡлауға ҙур өлөш индереүсе яҡташтарыбыҙҙың береһе. Уның ошо республика смотр-конкурсында өсөнсө урын яулауы дөйөм хеҙмәткә лә ҙур баһа.

Фото: https://vk.com/club140866543

Читайте нас