Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Һаранлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып, мин һинең үҙеңә генә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъя фетнәләренән арала. Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым.»