

Бер малай бәләкәй сағынан күршелә йәшәгән яңғыҙ бабай янында ваҡыт үткәрергә яратҡан. Бабай уға төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәткән, әкиәттәр һөйләгән, риүәйәттәрҙең мәғәнәһен аңлатҡан, тәмлекәстәр менән сәй эсергән. Малай мәктәпте тамамлағас, ҡалаға артабан уҡырға һөнәр алырға сығып киткән. Әлбиттә, ваҡыт үткән һайын ауылға юл һирәк төшкән. Донъя мәшәҡәте, эш, ғаилә, балалар...
Бер ваҡыт ул күрше бабайҙың үлеп ҡалауын ишеткән. Бар эшен ҡалдырып, уны һуңғы юлға оҙатырға ҡайтҡан. Яҡындарына бер нисек тә ваҡыт бүлә алмағанлығына үкенеп, үткәндәрҙе, бала сағын иҫкә төшөрөп бабайҙың хужаһыҙ ҡалған өйөндә бик оҙаҡ ултырғандан һуң, кәштәлә торған сигелгән ҡулъяулыҡты күреп ҡалған. Унда һәр ваҡыт алтын төҫөндәге ҡумта ултырғанлығын иҫенә төшөргән. Тик әле ул ҡумта юҡ. Малай сағында шул ҡумтаға нисә тапҡыр үрелде ул, тик күршеһе генә уны асырға рөхсәт итмәне. Ҡумта эсендә уның өсөн иң ҡәҙерле нәмә ятҡанлығын ғына аңлатып, башҡаса үрелмәҫкә ҡушҡайны. Унда нимә ятҡанлығын уйлап, баш ватып, төндәрен йоҡлай алмай сыҡҡанын да хәтерләй ул. Тик күрше бабайҙы ныҡ ихтирам иткәнгә, яратҡанға, уны көйҙөргөһө килмәне, башҡаса үрелмәне лә. Бәлки, бабайҙы һуңғы юлға оҙатырға килеүселәрҙең береһе алғандыр, тип уйлап ҡуйҙы.
Бабай вафат булыуға бер аҙна ваҡыт үткәс, уның фатирына посылка килеп төшә. Асып ҡараһа, бабайҙың алтын ҡумтаһы. Ә эсендә ябай ғына ҡул сәғәте. Сәғәттең артына һырлап ҡына: “Миңә ваҡыт бүлгәнең, гелән янымда булғаның өсөн ҙур рәхмәт” тип яҙылған була.
Хәҙер инде үҙе - күпте күргән ир уҙаманы булһа ла, бабайҙың был көтөлмәгән бүләген алып, күҙ йәштәрен тыя алмай ултыра төшкән. Күршеһе уға был юлы ла тормошта иң ҡәҙерле нәмә - ҡумта эсендәге сәғәт түгел, ә яҡындарың менән бергә булған ваҡыт икәнлеген төшөндөрөрөгә теләгән түгелме?
Ысынлап та, тормош кешенең нисә тапҡыр тын алыуынан, нисә тапҡыр йөрәге һуғыуынан тормай шул. Тормош матурлығы ғүмерҙең иң тулҡынландырғыс, ҡыуаныслы мәлдәренән тора. Ваҡыт һәр секунд һайын үтә. Уны әле үк дөрөҫ ҡулланырға, бөгөн үк йәшәп ҡалырға, яҡындарыбыҙ менән бергә булырға тырышайыҡ.
Әлфирә Үҙәнбаева.
Фото:violity.com