Йәмғиәт
8 Ноября 2021, 07:55

ИР ӘҘӘБЕ

Ҡатынығыҙҙың ҡайғылы мәлендә лә, шатлыҡлы ваҡытында ла гел янында булығыҙ, уны ихлас күңелдән яратығыҙ.

ИР ӘҘӘБЕИР ӘҘӘБЕ
ИР ӘҘӘБЕ

✔Хәләл ефетегеҙҙе төрлө зиннәт менән биҙәргә ынтылмағыҙ, ә изге, мәрхәмәтле күңелен ҡатырмай һаҡлағыҙ. Шул саҡта йортоғоҙҙа ырыҫ-бәрәкәт булыр.

✔Ҡатынығыҙға донъя һәм дин ҡанун­дарын өйрәтегеҙ. Тура юлдан йөрөүенә һәр ваҡыт булышлыҡ ҡылығыҙ. Аң-зиһенен яҡты, рухын сәләмәт тотоу өсөн тыры­шы­ғыҙ.

✔Гелән шәфҡәтле, асыҡ йөҙлө булығыҙ. Ҡатынығыҙҙың ихлас мөхәббәтенә хыянат итмәгеҙ. Үҙегеҙгә булған хөрмәтен юҡҡа сығармағыҙ.

✔Ғаиләгеҙ ағзалары ашау-эсеү, кейем-һалым алыу йәһәтенән мохтажлыҡ кисермәҫкә тейеш - тейешле аҡса табығыҙ.

✔Ҡатынығыҙҙы көсө етмәҫлек эш менән ыҙалатмағыҙ. Золом ҡылмағыҙ, ҡул күтәрмәгеҙ. Уны ҡол, тик һеҙҙе риза итеү өсөн яратылған кеше тип иҫәпләмәгеҙ.

✔Һәр ваҡыт сабыр, миһырбанлы булы­ғыҙ. Ҡатынығыҙҙы асыу һәм көс менән түгел, шәфҡәтлелек менән еңегеҙ.

✔Бәғзе ҡатындарҙың алдаҡсы, хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе ирендә­лер. Шуға иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, ошо өлгөлә ғаилә ағзаларын тәрбиәләгеҙ. Ир һәйбәт икән – ҡатын яҡшы.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/public195241513?w=wall-195241513_16663

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас