Йәмғиәт
6 Ноябрь 2021, 15:52

Ҡаҙ һуялар уңған хужалар

Ҡаҙ өмәһе борондан ҡалған матур йола. Егәрле, тырыш хужалар йәшәгән йорттарҙа әле ҡаҙ һуйыу мәшәҡәттәренең ҡыҙған мәле. Муллыҡты сағылдырыусы, туғандарҙы берләштереүсе күркәм сара ул.

Ҡаҙ һуялар уңған хужаларҠаҙ һуялар уңған хужалар
Ҡаҙ һуялар уңған хужалар

Күптән түгел Әрметрәхим ауылында Йәмилә Фәхриева ихатаһында ла Ҡаҙ өмәһе ойошторолдо. Ауыл клубы, китапхана хеҙмәткәрҙәре, әхирәттәр, туғандар күмәк көс менән бер нисә тиҫтә ҡаҙҙы эшкәртеп ҡуйҙы.

Өмәнең иң күркәм өлөшө – ҡаҙҙарҙың йөндәрен йолҡоп бөткәс, уларҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға алып барып сайҡатыу булды. Милли костюмдар кейгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр-моң менән йылғаға йүнәлеүе ауылдаштары өсөн дә һоҡланғыс күренеш ине. Бының бигерәк тә йәш быуынға йолаларыбыҙҙы күрһәтеү маҡсаты ҙур.

- Ҡаҙ өмәһе бала саҡтан күңелгә һеңгән йола, беҙ уны бәләкәйҙән күреп үҫтек. Атай-әсәйҙәребеҙ ҡаҙ һуйғас, башын-тәпәйен, үпкә-бауырын ҡаҙанда ҡайнатып, һурпаһына тары ярмаһы һалып бешерер ине. Шул бала саҡтағы бутҡа тәме әле лә онотолмаған. Ата-әсәйебеҙҙән күргән йоланы хәҙер үҙебеҙ дауам итәбеҙ. Был юлы ла тышта ҡаҙанда бутҡа бешереп һыйландыҡ, - тип һөйләне уңған хужабикә Йәмилә Әнүәр ҡыҙы.

Эш бөткәс, өмәселәр мул табын артына йыйыла. Бында ла барыһы ла йолаһына еткерелгән – бешкән ҡаҙ ите, иттән ҙур бәлеш, сәк-сәк, ҡоймаҡ һәм башҡа телде йоторлоҡ ризыҡтар был йортта йәшәүселәрҙең муллығын, йомартлығын күрһәтә.

Таҡмаҡтар, күңелле йырҙар ҙа байрамды биҙәне.

- Өмәгә килеүселәргә рәхмәт. Ҡаҙҙарыбыҙ һәр ваҡыт уңһын һәм йыл һайын ошо йоланы бергәләп уҙғарырға яҙһын, - тип оҙатып ҡалды килгән өмәселәрен, һәр береһенә өлөш, күстәнәстәр таратып, йорт хужабикәһе Йәмилә Фәхриева.

Ҡаҙ һуялар уңған хужалар
Ҡаҙ һуялар уңған хужалар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас