Йәмғиәт
4 Ноябрь 2021, 06:05

Ҡоро йүтәлдән дауа

*Һарымһаҡты ҡайнар һыуға һалып, ингаляция яһарға.

Ҡоро йүтәлдән дауаҠоро йүтәлдән дауа
Ҡоро йүтәлдән дауа

*1 стакан һөткә 1 сәй ҡалағы бал, ярты сәй ҡалағы аш содаһы, 1 балғалаҡ самаһы май һалып ҡайнатып, 1 йомортҡа һарыһын ҡушып болғатырға һәм ҡайнар килеш эсергә.
*Тигеҙ күләмдә һарымһаҡ, һуған һәм керән тамырын алып, ит тартҡыстан сығарырға, берәр бал ҡалағы ҡабып, ашап йөрөргә.
*Ҡайын япрағын сәй кеүек төнәтеп, көнө буйы йотҡолап йөрөргә.
*Кишерҙе бешереп, төйөргә һәм бал ҡушып эсергә.
*10 дана ҡәнәфер орлоғона 1 стакан ҡайнар һыу һалырға һәм төнәтеп, йылы килеш эсергә.
*Бер баш һуғанды 5 минут самаһы һөттә ҡайнатып, 10 минут төнәтергә, ҡайнар килеш эсергә.
* Һөттө ҡайнатып сығарырға, өс баш һуғанды ваҡлап турап, шул һөттө 3 минут бешерергә, һөттө уттан алғас, бал ҡалағы осонда ғына аш содаһы һалырға һәм йылы килеш көнөнә 3 тапҡыр эсергә.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас