Йәмғиәт
4 Ноябрь 2021, 09:09

Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ишембайҙар!Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!

Тәрән тарихи мәғәнәгә эйә булған был дәүләт байрамы төрлө быуын, милләт, социаль ҡатлам вәкилдәрен һәм дин тотоусыларҙы - Ватаныбыҙҙың ысын патриоттарын
берләштереү өсөн тәғәйенләнгән.

Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо, үҙаллы үҫеше һәм именлеге өсөн беҙгә айырыуса бөгөн, илебеҙ яңы мөһим иҡтисади һәм тышҡы сәйәси ҡаршылыҡтар менән бәрелешкән осорҙа, берҙәм һәм көслө булыу мөһим.

Тормошоғоҙҙа - эштә һәм уҡыуҙа, ғаиләгеҙҙә һәм дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда һәр саҡ тыныслыҡ һәм берҙәмлек хөкөм һөрһөн. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы һәм именлек теләйбеҙ.


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азамат АБДРАХМАНОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас