

Үҙеңдең генә түгел, кеше ғүмере өсөн дә яуаплылыҡ талап итә водитель һөнәре. Ә инде балалар автобусын йөрөтөү өсөн айырыуса ҙур иғтибар кәрәк.
Ишәй урта мәктәбенең автобус водителе Фәнир Хәсәновтың руль артындағы тәжрибәһе 36 йылға етә. Сығышы менән ул Кәбәс ауылынан. Атаһы, ағайҙары урмансылар булғас, водитель һөнәрен һайлармын тип бала саҡта уйламай ҙа. Хәрби комиссариат аша ошо һөнәргә уҡып сыҡҡас, был эш уға оҡшап китә. Фәнир Әбделвәрис улының маршрут автобусын йөрөтөүҙә лә тәжрибәһе байтаҡ. Һуңғы йылдарҙа хеҙмәт юлы Ишәй мәктәбе менән бәйле. Яңы Ауылдан балаларҙы Ишәйгә мәктәпкә килтереү, дәрестәр бөткәс алып барып ҡуйыу уның иңендә. Киләсәктә Ишәйгә балалар баҡсаһына башҡа ауылдарҙан бәләкәстәрҙе ташыу ҙа ниәтләнә.
- Балалар йөрөткәндә яуаплылыҡ бигерәк тә көслө. Еңел һөнәр түгел. Хәҙер техника күп заманда айырыуса ҙур иғтибар кәрәк. Һөнәри байрамыбыҙ етеп килгәндә водителдәргә һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете һәм һәр ваҡыт имен юлдар теләйем, - тине Фәнир Хәсәнов.
Коллективта ла ихтирам яулаған водитель тураһында мәктәп директоры Айнур Ғиззәтуллиндан да тик ыңғай фекерҙәр ишеттек.
- Эшенең яуаплылығын аңлай. Коллективта ла һәр береһе менән уртаҡ тел таба белә. Уның бер ҡасан тауыш күтәреп өндәшкәнен ишетмәҫһең. Балалар ҙа уны ярата. Шуға водителебеҙҙән уңдыҡ тип әйтә алабыҙ. Артабан да бәләҡазаһыҙ матур итеп эшләргә булһын. Әйткәндәй, былтыр йыл аҙағында мәктәпкә яңы Газель алыныуы ла шатлыҡлы ваҡиға булды. Бының өсөн район хакимиәтенә, мәғариф идаралығына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине Айнур Илдар улы.
Яңы машина – уҡыусылар өсөн булдырылған уңайлы мөмкинлек. Уның файҙаһын күреп, артабан да балаларҙы именаман ғына йөрөтөргә яҙһын.
Автор фотоһы.