

Маҡар ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан даими иҫәп алыу участкаһы ла 15 октябрҙән эш башлаған. Контролер Роза Рамазанова әйтеүенсә, был саранан йәштәр ҙә, ололар ҙа ситтә ҡалмай. Ошо көндәрҙә Маҡарҙың иң оло кешеләренең береһе Мансур ағай Шәмсетдинов та иҫәп алыу участкаһында булып, һорауҙарға яуап биргән.
Бынан тыш иҫәпселәр йорттар буйлап йөрөп тә эш алып бара. Был участкала алты иҫәп алыусы эшләй. Улар 14 ауылды хеҙмәтләндерә.Ҡолғона ауыл Советы
биләмәһендә – ике, Маҡар ауыл Советы биләмәһендә – өс, Әрметтә – бер иҫәпсе иҫәп алыу менән мәшғүл. Улар араһында тәүге тапҡыр ошо эшкә тотонғандар ҙа, тәжрибәлеләре лә бар.
Роза Мөҙәрис ҡыҙы белдереүенсә, 15 октябрҙән алып 22-һенә тиклем 14 ауылдан 800-ҙән ашыу кешенән һорауҙарға яуаптар алынған.
- Ҡуйылған бурыс еңелдән түгел. Ауырыуҙарға бирешмәй, имен-аман эште еренә еткереп башҡарып сығырға яҙһын, - тигән теләктәрен белдерҙе контролер.
Иҫәп алыусыларҙың кейемдәрен дә хәҙер халыҡ танып тора. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, тип яҙылған жилет, шарф, танытма һәр береһендә лә бар, бынан тыш хәүефһеҙлек өсөн маска, бирсәткәләр кейеү ҙә мотлаҡ талап булып тора.