Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь , 18:15

"Бер семтем бәхет"

"Кесарево"нан һуң, хәле бер ҙә арыуланмаған ҡатыны янына, көнөнә әллә нисә килде Заһит.Күҙ төптәре ҡарайып, биттәре һурылып киткән Нурзияһына әсенеп ҡараны ир. Шулай уҡ өмөтһөҙме икән ни, ышанырға һис кенә лә теләмәне. Табиптар ҡулдарын ғына йәйҙе.Эргәһендә үҙенә текләп ултырған Заһиттың ҡулдарын һыйпаны Нурзия.- Бер семтем бәхетте лә йәлләне хоҙай, бирҙе лә кире тартып алды.- Әү, ҡәҙерлем, нимә тинең? - Заһит ҡатынына эйелде."Бер семтем бәхет" ... тигәне генә ҡолағына салынды.Нурзияһының ауыҙынан сыҡҡан һуңғы һүҙҙәр, ирҙе тетрәндерҙе.Ҡапыл, бөтә доньяның аҫты-өҫкә килдеме ней, ер зырылдап әйләнеп китте. Заһиттың башы шауланы, күҙ алдары ҡараңғыланды...Нурзияны ерләгәндән һуң, больницанан ҡыҙын алып ҡайтты Заһит. Ҡабат өйләнмәне.Нурзияһы менән татыған бер семтем бәхетенә хыянат итмәне...

"Бер семтем бәхет"

Нурзия менән Айҙарҙың тормошо башҡаларҙыҡынан, әллә ни айырылмай ине. Айҙар мәҙәниәт һарайының директоры булып эшләне, Нурзия рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған дипломлы булһа ла, эшләмәне. Атаһы ла ҡыҙын гел әрләр ине, икмәк серетеп биш йыл буйы өйҙә ятыр өсөн уҡыттыммы?
Ләкин, Нурзияның иҫе китмәне, өйөндә лә эше күп уның. Биш һыйырҙы һауырға, һөтөн эш итергә лә елкә кәрәк әле.Ҡырҡлаған һарыҡ аҫранылар, ҡош- ҡортоноң иҫәбе юҡ. Барыһы ла Нурзияның арҡаһында инде, Айҙар клубтан ҡайтып килмәй. Йә концерт ҡуялар, йә спектакль менән ауылдар буйлап сығып китәләр. Өйҙә тормаған ирен утлы табала бейетеп тә ала ул, тик файҙаһы юҡ. Йәй бесән ваҡыты етһә, өйҙә ызғыш-талаш сыға. Айҙар малды бөтөрөү йә булмаһа кәметеү яғында, ҡыйрап ултырған семья юҡ, ни бысағыма уныса мал?!
Ләкин, Нурзияның алдына сығырлыҡ түгел, кешенән ҡалышып тороп булмаҫ инде. Ярышты Нурзия, күршеһе Сәкинә менән ярышып төн йоҡоларынан яҙҙы. Сәкинә күлдәк алһа, Нурзия икене алды, Сәкинә стенка алды, Нурзия уныҡынан да яҡшыраҡты алып ҡайтып ултыртты, машинаны ике күршеләр ҙә башҡа бер кемдә булмағанды алдылар, Сәкинәләрҙең торған өйө иҫке, бала-сағаһы ла күмәк, ҙур итеп өй һала башлауҙары булды Нурзия Айҙарҙың ҡолаҡ итен сәйнәргә тотондо. Ҡайныһы төҙөп биргән шыңғырлап торған ҡарағай өйҙө мөрхәтһенмәне Нурзия, эргәһендә ике йыл эсендә ике ҡатлы йорт төҙөп инделәр. Сәкинә һыйырын өсәү итте, Нурзия унан да арттырҙы.
Кешенән ҡалышмайым тип, ярышҡа сыҡҡан аттай сапты ла сапты Нурзия. Айҙары әллә күпме инәлһә лә, хәйерсе ишәйтмәйем тип башҡа бала тапманы.
Бер бөртөк Гөлсирендәрен батша ҡыҙылай итеп үҫтерҙе.
Гөлсирен бер бөртөкмен тип иркәләп ултырманы, ата-әсәһенә бәлә һалмай ғына буй еткерҙе, бәләкәйҙән эшкә сымыры булды. Эшкә әрһеҙ ҡыҙҙың уҡыуға ғына барымы булманы. Мәктәпте этеп төртөп тамамланы ла ҡалаға сығып китте.
Парикмахерҙар курсын тамамланы, эшкә төштө. Башҡала егетенә кейәүгә сыҡты, ҡайны-ҡәйнәнән дә уңды. Туйҙан һуң туп-тура әҙер квартираға барып инделәр.
Ҡыҙы өсөн борсолмай Нурзия.
Һуңғы осорҙа ирендә ниндәйҙер үҙгәреш бар.
Һиҙенеүе, күңеле болоҡһоуы тиккә генә булмаған икән.
Әхирәте Мәрзиә еткерҙе уға был ҡот осҡос хәбәрҙе. Аяҙ көндө йәшен аттымы ни, Нурзияның йөрәге саҡ ярылманы.
Инде иллегә баҫҡан ирен шул юлға баҫыр тип, ике ятып бер төшөнә лә инмәгәйне.
Үҙенән ун йәшкә кесе Әнзинәгә күҙ һалған икән ире. Әнзинәһе башҡа ир тапмағанмы, уның иренә йәбешмәһә, Нурзия ярһыны.
Әнзинә лә клубта эшләй, гел бергә йөрөгәс эҫенешкәндәрҙер.Күҙенә аҡ- ҡара күренмәй донья ҡыуған Нурзия, клубҡа йөрөй һалып барманы.Тәүҙәрәк Айҙары инәлеп-ялбарып алып барғыланы ҡатынын клубҡа. Матур йырлай Айҙар, хоҙай бирһә бирә бит кешегә моңдо. Нурзияның ғына иҫе китмәне, йырлаймы ире йырламаймы уға барыбер ине. Спектакльдәренә лә иҫе китмәне, бер-ике барҙы ла, һеҙҙең әкиәтегеҙгә ваҡытымды әрәм иткәнсе, ҡоротомдо ҡайнатам, май бешер кәрәк иртәгә баҙарға барыр кәрәк тип теҙҙе. Айҙары ла ҡул һелтәне.
Тормош үҙ яйына тәгәрәй бирҙе. Үҙен ҡосаҡларға ынтылған иренә һалҡын ҡарашын һирпте, кит әле ҡартайғанда тыртайған. Ире эшенән ҡайтып инмәне, Нурзия малынан бушаманы. Аралары йырағайғанын һиҙмәне Нурзия.
Концерттарҙа Айҙар менән Әнзинәнең ҡушлап йырлауҙарына ла әһәмиәт бирмәгәйне шул.
Йәне әрнене Нурзияның. Ярһыны. Айҙарҙың ишектән башы күренеү менән уға ябырылды.
Ғәжәпкә ҡаршы, ире ирешеп тә аҡланып та торманы, нисек бар шулай дөрөҫөн әйтте.
Туфан һыуҙары ҡалҡып ҡына ҡалманы, ялағай ялтлап күк күкрәне, ел-дауыл ҡупты.
Нурзияны ишетмәгәндәй, өндәшмәй йөрөнө-йөрөнө лә Айҙар, бер көндө йыйынып сыҡты ла китте Әнзинәһенә.
Нурзия уны ебәрмәҫкә тырышып ҡарағайны ла, тота алманы. Һуңғы сиктә Нурзия ишеккә арҡыры ятты, "только через мой труп". Айҙар бер секундҡа ла икеләнмәне, иҙәндә ятҡан Нурзияны ашаҡлап сыҡты ла китте. Бындай хәлде көтмәгән Нурзия иҙәндә тәгәрәп, үкереп иланы. Иренең үҙен ташлап китеүенә ышанманы. Йөрөр- йөрөр ҙә ҡайтыр тип өмөтләнеүе бушҡа булды.
Нурзия үҙен үҙе бөтөрҙө. Ҡартайҙы. Айҙар киткәс, тормошоноң мәғәнәһе юғалған кеүек булып ҡалды. Элеккесә ярышып донья ҡыуырға теләге юғалды. Ике ҡатлы, шаурап торған доньяһында бер үҙе ултырҙы ла ҡалды.
Өмөттәре аҡланманы уның. Йәш ҡатыны Айҙарҙы үҙенә баш-көллө бәйләне. Улы тыуғанын ишеткәс, Нурзия уның ҡайтмаҫын аңлағайны инде.Иренең әйткән һүҙҙәрен дә еткерҙеләр.
- Ғүмер буйы ҡатын бәхетенән мәхрүм йәшәгәнмен икән, Әнзинә менән ҡауышып ҡына белдем ҡатынлы булыуҙың рәхәтлеген.
Нурзия ярата Айҙарын, үҙенсә ярата. Ваҡытында хистәрен белдерә белмәне шул, донья ҡыуып алып киткәс ире артҡы планға күсте. Йәшәйҙәрме, йәшәйҙәр. Берәүҙән дә кәм түгелдәр. Тағы нимә кәрәк, тип уйлаған Нурзия иренең нимә уйлап йөрөүен дә белмәне. Тамағы туҡ, өҫтө таҙа, зарланырлыҡ сәбәп юҡ. Мәңге шулай йәшәрҙәр кеүек ине.
Емерҙе Айҙар, тормоштарын, емерҙе. Ҡайғыһынан арына алмаған Нурзияны, ҡыҙы ҡалаға алып китте. Әсәһе әсенһә лә мал-тыуарҙы баш-көллө тотондолар. Тереләйен тереләй, һуйырлығын һуйып һатып, әләф тәләф итеп бөткәс, ишек ҡапҡаларҙы бикләп, зар илап сығып китте Нурзия ауылдан.

Ҡала тормошона өйрәнеп китеүе еңел булманы Нурзияға. Ҡыҙы менән кейәүе көнө буйы эштәләр, ейәнсәре балалар баҡсаһында.
Нисек ваҡыт үткәрергә белмәгән ҡатын ҡыҙының, былайҙа ялтырап ятҡан доньяһын йыуып-йышып, һөртөп көн үткәрҙе тәү осорҙа.
Эшһеҙ тороп өйрәнмәгән кешегә, тулы бәхет өсөн былар ғына етмәй ине шул.
Бер туҡтауһыҙ эсе бошто, илап та алғыланы. Урамға сығып йөрөштөрҙө. Тик күңеленә толҡа таба алманы. Шаулап торған ҙур ҡалала уны бер кем дә белмәй, ул да ят бындағы кешеләр өсөн. Хәйер, ҡала ерендә кеше бер-береһе менән аралашып та бармай шул.
Ундай тормошҡа өйрәнмәгән Нурзияға бик ауыр ине. Ауылда ней, кеше бер-береһе менән аралашып йәшәй, шырпың бөтһә лә күршеңә йүгереп ингән саҡтар була. Күршеһе Сәкинә менән сөкөрләшеп сәй эсеүҙәрен иҫләгәс, күҙҙәрен йәш пәрҙәһе ҡапланы. Эскерһеҙ Сәкинәне һағына ине Нурзия. Ярышып донья ҡыуһалар ҙа татыу булдылар.
Йүгереп түгел, осоп ҡайтырҙай була ла ул, тик осор ҡанаттары ҡайырылған шул. Яраһынан әле булһа, ҡан һарҡа...

Бик оҙаҡ ыҙаланы Нурзия. Урамдағы бәхетле парҙарҙы күргән һайын йөрәге әсенде.
Бар ине бит уның да парлы, бер хәсрәтһеҙ саҡтары.
Ҡайҙа яһаны ул хаталы аҙымды,ҡасан ысҡындырҙы ҡулындағы бәхет ҡошон?
Нишләп кенә Айҙарына әҙерәк йөрәк йылыһын бирмәне икән? Үҙенә йылмайып ҡараусы иренә гел арҡыры-торҡоро яуаплар ине, ҡосаҡлаһа ҡулын алып бырғытты, кис йоҡларға ятҡанда иренә арҡаһын ҡуйып ятты.
Ә Айҙар һуң нишләп ҡатыны йөрәгенә юл яра белмәне икән? Ул ир кеше лә баһа. Инәлеп торманы Нурзияға, еңел юл тапты, Әнзинәгә китте лә барҙы. Айҙарға үпкәләүҙән һәм үҙен йәлләүҙән биттәрен эҫе күҙ йәштәре бешерҙе. Ҡатын үкһене. Бына хәҙер ят инде балауыҙ һығып, яҫтыҡ ҡосаҡлап.
Нурзия ирен һағынды, үҙәге өҙөлдө. Берсә үҙен берсә Айҙарҙы ғәйепләп үҙ-үҙен бөтөрҙө.

Бындай тормош күпме дауам итер ине икән, Гөлсирен әсәһен эшкә урынлаштырҙы. Магазинға иҙән йыуыусы булып эшкә төшкән ҡатындың, илап ултырырға ваҡыты ҡалманы.
Кеше араһында йөрөү файҙаға ғына булды. Ҡала тормошо ла килеште Нурзияға. Йәшәреп, матурайып китте. Үҙ-үҙеңде бағып ҡына, тәрбиәләп йөрөүгә ни етә?
Көндән-көн сәскә атҡан Нурзияға күҙ һалыусы ир-егеттәр ҙә табылды.

Эштән ҡайтып килгәнендә, автобуста бер ир кеше һүҙ ҡушты уға.
- Иренеңде ниңә буяның? Былай ҙа матурһың, буянма мәрйәләргә оҡшап, әҙерәк һуҡмышыраҡ, бөхтә генә матур иргә уҫал ҡарашын атты ла Нурзия яуап бирмәне, башын тәҙрәгә борҙо.
Ә уныһы әрһеҙ булып сыҡты. Нурзияға һағыҙаҡ һымаҡ йәбеште лә ҡуйҙы.

Тора-бара көн һайын юлында осраған иргә өйрәнеп тә китте инде әллә. Өс дүрт көн ир юғалып торғайны. Нурзияның аяҙ күген болот ҡапланымы ни.
Урамда ла, магазинда ла, автобуста ла ят ирҙе эҙләү ғәҙәтенә әүерелде.
Осрарына, ҡабат һүҙ ҡушырына өмөтөн өҙмәне, ирҙең үҙ тормошонан юғалыуын теләмәй ине Нурзия.
Табылды юғалған ир. Ауылға әсәһен ерләшергә ҡайтып килгән икән.
Баш-көллө янған утҡа һалды ир Нурзияны. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, Айҙарын онотоп, бөтөнләй сит кешегә әүрәп китеүен.
Тәүге ҡатыны менән айырылышҡан. Оҙаҡ йылдар бәпәй һөйөү бәхетенән мәхрүм булған ҡатыны, эшкенмәгән ирен ташлап киткән.
Һәм бына яҙмыш Нурзияның юлына сығарып ҡуйҙы, Заһит исемле ир-егетте.
Тормош ҡороп йәшәй башлағас, Нурзияның аптырауының сиге булманы. Доньяла шундай ирҙәр буламы икән? Уның аҡылына һыймай ине. Шул тиклем яҡшы күңелле, Нурзия өсөн йәнен бирерҙәй, иҫ китерлек кеше булып сыҡты уның Заһиты.
Һәр саҡ сәскәләр, бүләктәр ташыған иренә һоҡланып та, яратып та ҡараны ул. Күктән бәхет ишелеп төштө.
Айҙар үҙ бәхетен Әнзинәлә тапты, Нурзия Заһит менән бәхетле ине.
Ҡасандыр, ике ҡатлы йортҡа һыймаған Нурзия, ике бүлмәле йәтеш кенә ҡала фатирында үҙен иң бәхетле кеше итеп тойҙо.

Йоҡлап ятҡан Заһитына текләп, күпме таңдарҙы йоҡоһоҙ аттырҙы икән ул?
Ысынмы был хәл, әллә төш кенә күрәме ул?
Күңеле иләҫ-миләҫ килеп, томан араһында йөҙгән төҫлө йәшәне ул.

Ауырға ҡалғанын белгәс, иренең ҡаршы булыуы ла уны туҡтата алманы. 48 йәштә ундай аҙымға барыуҙы табиптар ҙа хупламай ине. Элек өләсәйҙәр иллене үткәс тә бәпәйләгәндәр әле,үлмәгәндәр тип яуапланы Нурзия.
Бәпесен табырға ниәтләне. Заһитына бала бәхетен бүләк итеү теләге көслө ине унда.

"Кесарево"нан һуң, хәле бер ҙә арыуланмаған ҡатыны янына, көнөнә әллә нисә килде Заһит.
Күҙ төптәре ҡарайып, биттәре һурылып киткән Нурзияһына әсенеп ҡараны ир. Шулай уҡ өмөтһөҙме икән ни, ышанырға һис кенә лә теләмәне. Табиптар ҡулдарын ғына йәйҙе.

Эргәһендә үҙенә текләп ултырған Заһиттың ҡулдарын һыйпаны Нурзия.
- Бер семтем бәхетте лә йәлләне хоҙай, бирҙе лә кире тартып алды.
- Әү, ҡәҙерлем, нимә тинең? - Заһит ҡатынына эйелде.
"Бер семтем бәхет" ... тигәне генә ҡолағына салынды.
Нурзияһының ауыҙынан сыҡҡан һуңғы һүҙҙәр, ирҙе тетрәндерҙе.
Ҡапыл, бөтә доньяның аҫты-өҫкә килдеме ней, ер зырылдап әйләнеп китте. Заһиттың башы шауланы, күҙ алдары ҡараңғыланды...

Нурзияны ерләгәндән һуң, больницанан ҡыҙын алып ҡайтты Заһит. Ҡабат өйләнмәне.

Нурзияһы менән татыған бер семтем бәхетенә хыянат итмәне...

 

Сығанаҡ: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2020-10-01/ber-semtem-b-het-mi-zifa-ash-arova-24358

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Миңзифа Ҡашҡарова.