

Иҫәпсе Зөбәржәт Үмәрғәлинаны йорттар буйлап йөрөгән сағында тап иттек.
- Алға ҡуйылған маҡсат ҙур. Иҫәп алыу барышында миңә Һайран, Хажы һәм Арлар ауылдары буйлап йөрөү бурысы тора. Халыҡ сараның мөһимлеген аңлай. Һорауҙарға тулы яуап бирәләр. Иҫәпсе булып беренсе тапҡыр йөрөһәм дә, алдан уҡыуҙар үткәрелгәс, барыһы ла аңлашылып тора, - тип һөйләне Зөбәржәт Әнүәр ҡыҙы.
Алда торған эш ҙур һәм етди. Һәр иҫәпсе уны уңышлы итеп башҡарып сығыуға ниәтләнә.
Автор фотоһы.