Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 06:35

МОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР

 *"Әғүҙү биЛләһи минәш-шәйтани-р-раджиим"* ‒ "Шайтандың яуызлығынан Аллаһҡа һыйынам" (Шайтан тураһында һүҙ сыҡҡанда, ҡыҫҡартып "Әғүҙү билләһ" тип тә әйтергә мөмкин)

МОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘРМОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР
МОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР

✅ *"Бисмилләһи-рРахмәни-рРахиим"* – "Рәхимле, Мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән" (башлайым)

✅ *"СүбхәнәЛлаһ"* ‒ "Аллаһ барлыҡ кәмселектәрҙән пак"

✅ *"ӘлхәмдүлиЛләһ"* ‒ "Барлыҡ маҡтауҙар Аллаһҡа" (йәки *"Аллаһҡа шөкөр"*)

✅ *"Ләә иләәһә иллә-Ллаһ"* ‒ "Аллаһтан башҡа (табыныуға лайыҡлы) һис бер илаһ юҡ"

✅ *"Аллаһү әкбәр"* ‒ "Аллаһ бөйөк!"

✅ *"Мәә шәә Аллаһ"* ‒ "Аллаһ шулай теләгән" (Аллаһ шулай яратҡан)

✅ *"Ин шәә Аллаһ"* ‒ "Әгәр Аллаһ ҡушһа, Аллаһ теләһә" ("Ул нисек теләй - шулай була")

✅ *"ӘстәғфируЛлаһ"* ‒ "Аллаһтан ғәфү итеүен һорайым"

✅ *"Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә"* ‒ "Аллаһ бар нәмәнән Саф һәм Юғары (Бөйөк)"

✅ *"БәракәЛлаһу фикүм"* ‒ "Аллаһ *һеҙгә* бәрәкәт бирһен!"

*"БәракәЛлаһу фикә"* ‒ "Аллаһ *һиңә* бәрәкәт бирһен!" (ир кешегә ҡарата әйтелә)

*"БәракәЛлаһу фики"* ‒ "Аллаһ *һиңә* бәрәкәт бирһен!" (ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә)

✅ *"ХәсбүнәЛлаһ"* ‒ "Беҙгә Аллаһтың ярҙамы етә"

✅ *"ДжәзәкәЛлаһу хайран"* ‒"Аллаһ *һиңә* әҗерен (яҡшыһын) бирһен!" (ир кешегә ҡарата әйтелә)

*"ДжәзәкиЛләһү хайран"* (ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә)

*"ДжәзәкүмүЛлаһү хайран"* (күмәк ир кешеләргә ҡарата әйтелә)

*"ДжәзәкүннәЛлаһү хайран"* (күмәк ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә)

✅ *Аллаһү әғләм* – "Аллаһ Белеүсе"


*"СалләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм"* ‒ "уға Аллаһтың сәләме һәм рәхмәте булһын!" (Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ ҡарата салауат һүҙҙәре әйтелә)

✅ *"РадыйәЛлаһү ғәнһү"* ‒ "Аллаһ унан риза булһын" (сәхәбә ир кешеләрҙе иҫкә алғанда әйтелә)

*"РадыйәЛлаһу ғәнһә"* ‒ "Аллаһ унан риза булһын" (Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡатындарын, сәхәбә ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫкә алғанда әйтелә)

✅ *"РахимәһүЛлаһ"* ‒ "Аллаһ уға
рәхимле булһын" (ғалимдарҙы иҫкә алғанда әйтелә)

 

Сығанаҡ: https://vk.com/club84017763?w=wall-84017763_4880

Автор:
Читайте нас