Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 10:00

Халыҡҡа яҡтылыҡ илтеүсе

«Икенсе йыл пандемия шарттарында йәшәүебеҙ донъя илаһилығын, матурлығын оноторға сәбәп булырға тейеш түгел...», - ти ижадсылар. Бөгөн әңгәмәгә ҡунаҡҡа шундай кешеләрҙең береһен - Ғафури районы Туғай ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе рәссам, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы, картиналар галереяһы директоры Рафаэль Рәшит улы ҠАДИРОВТЫ саҡырҙыҡ.

Халыҡҡа яҡтылыҡ илтеүсеХалыҡҡа яҡтылыҡ илтеүсе
Халыҡҡа яҡтылыҡ илтеүсе

- Һүрәт сәнғәте ул – матурлыҡ, рухиәт һәм илаһилыҡ донъяһы. Рафаэль Рәшит улы, һеҙҙең нисек рәссам булып китеүегеҙ гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡ булыр ине.

- Һәр сәнғәт кешеһе лә матурлыҡты бала саҡтан тоя беләлер, тип уйлайым. Әле булһа иҫләйем, мин тыуып үҫкән йорт этнография музейы һымаҡ булды – ҡул эштәренә маһир әсәйем нимәләр генә эшләмәй торғайны. Ул сигелгән алъяпҡыстар, селтәр-пәрҙәләр... ул төрлө сағыу туҡыма киҫәктәренән яһалған ҡорама юрғандар, япмалар... Ғаиләлә алты бала үҫтек – Ришат, Ринат, Фәрит ағайҙарым, Зәйтүнә апайым һәм Рәмил ҡустым менән үҙебеҙ ҙә йыш ҡул эштәре менән шөғөлләндек. Атайым Рәшит Тайып улы мәктәптә физика һәм математика фәндәрен уҡытһа, әсәйем Зәйнәп Сабир ҡыҙы китапханасы булып эшләне. Ул саҡта китапханаға килгән барлыҡ әҫәрҙәр ҙә иң тәүҙә беҙҙең йорт түрендә була торғайны. Шул китаптарҙың береһенән-береһе матур һүрәттәрен ҡарап, илаһи донъяла хыялдарға бирелеп оҙаҡ йөрөр инем. Әйткәндәй, атайым үҙе лә оҫта һүрәт төшөрҙө, колхоз етәкселеге һорауы буйынса байрамдарға төрлө лозунгылар, плакаттар яҙҙы. Эштән ҡыҙыл төҫтәге туҡыма алып ҡайта ла, гуашь буяуҙарын иҙеп, уларға ямғыр яуғанда йыуылып төшмәһен өсөн елем өҫтәй. Был эш шундай ҙур ихласлылыҡ менән башҡарала – каллиграфик ысулдар ҡулланып, матур итеп шрифтар яһай ул, әйтерһең дә һәр һүҙгә йәнен бүлеп бирә. Аҙаҡ атайым хеҙмәт дәресен уҡыта башлағас, төрлө семәрле китап кәштәләре, ултырғыстар эшләргә әүәҫләнеп алды, ағайымдарҙы ла өйрәтте... Уның яғынан олатайым – указлы мулла, Ҡөрьән китаптарын матур ғәрәп каллиграфияһы менән күсереп яҙған. Өләсәйем кис ултырғанда мауыҡтырғыс итеп тарихи ваҡиғалар һөйләй, хәҙистәр уҡый, хатта күҙ алдында образдар терелеп киткәндәй... Тағы шундай бер мәлде иҫләйем. Элегерәк мәғариф министрлығы райондарҙа уҡыусы балаларҙың рәссамлыҡ һәләтен асыу маҡсатында конкурстар ойошторҙо. Ауылданауылға күсеп йөрөгән ҙур альбомда мәктәптән бер генә бала сығыш яһарға тейеш. Был бәйгелә ҡатнашыр өсөн Ринат ағайымды һайлап алдылар. Ә миңә ҡыҙыҡ, был нимә төшөрөр икән, тип уға эйәреп йөрөйөм. Ағайым нимәлер эшләй, шунан эҙҙәр ҡалдырып кире юя. «Әйҙә, альбомдың икенсе битен ҡуллан, әйҙә эшләй һал инде», – тип уны ҡабаландырам. «Ярамай, күрәһеңме, был биттәр башҡалар өсөн тәғәйенләнгән, хатта алдан ауылдарҙың, уҡыусыларҙың исеме яҙылып ҡуйылған», - ти сабыр ғына ағайым. Яҙ мәле ине, урам буйлап һабандарын таҡҡан тракторҙар үтә. Ағайым менән баҫыуға йүгерҙек, ә унда – ҡара ҡарғалар, һутҡа тулышҡан ҡайындар, солярка менән тулы мискәләр. Ошо
күренеш тап ағайымдың һүрәтенә ятты. Ул солярка еҫен әле булһа иҫләйем... Атайым минең һүрәт сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуымды күреп, «Художник» журналын
алдырта башланы. Мәктәптән ҡайтып ингәс, типография буяуы еҫе таралған булһа, түҙмәйенсә: «Ҡайҙа ул журнал? Тиҙерәк бирә һалығыҙ миңә» – тип ҡысҡырып ебәрәм. Ошо мәлдән алып рус сәнғәтен, Европаның Яңырыу дәүере мәҙәниәтен яраттым. 4-се кластан һуң Өфөгә Ҡ.Дәүләткилдеев исемендәге сәнғәт гимназия-интернатына уҡырға индем, унда махсус шөғөлләнә башланым.

- Ижадығыҙҙа бер үк ваҡытта боронғо антик һәм көнсығыш мотивтары сағылыш таба. Әйтәйек, уларҙы асыҡ итеп «Тыуыу» картинаһында күрергә була. Күберәк ҡатын-ҡыҙҙар образын һүрәтләйһегеҙ – был нимә менән бәйле?

- Беренсе темаға килгәндә, ниндәй генә милләткә, дингә ҡарама, Юғары Аң йәки Алла – берәү. Беҙҙе солғап алған донъя ла – берәү. Унан килеп бер нисә йыл элек Италияға барып ҡайтыуым күңел күҙемде нығыраҡ асты, дини әҫәрҙәр ижад итергә этәргес бирҙе. Тыуған яҡҡа ҡайтып төшкәс тә унда алған тәьҫораттар күңелгә оҙаҡ тынғылыҡ бирмәне. Үҙемдең ижадыма ҡарата ла ҡарашым үҙгәрҙе. Тыуҙырған образдарым элек ҡул менән тотоп яратырлыҡ матурлыҡ һәм һөйкөмлөлөк менән һуғарылған булһа, хәҙер иһә улар монументаль һәм фәлсәфәүи юҫыҡ алды. Шуға ла Европа һәм көнсығыш мәҙәниәтен сағылдырған уртаҡ символдар ҡулланам. Ә ни өсөн күберәк ҡатын-ҡыҙҙар образын яҙаммы?

Беренсенән, доньялағы иң матур зат – ул ҡатын-ҡыҙ. Уға изгеләрҙән-изге әсәлек бурысы бирелгән. Икенсенән, мине күберәк өләсәйем, әсәйем һәм Зәйтүнә апайым тәрбиәләне. Шуғалыр ҙа ҡатынҡыҙ күңеле яҡыныраҡтыр... Рәссамдар бит халыҡҡа матурлыҡ, яҡтылыҡ илтеүсе, һәр ижад иткән картинаң менән халыҡ алдында яуаплыһың.

- Рафаэль ағай, һеҙҙе әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та беләбеҙ. Яңыраҡ һеҙҙең Өфөлә рәссамдарҙың күргәҙмәһен ойоштороуығыҙ тураһында билдәле булды. Ошолар хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине.

- 1996 йылда яҡташыбыҙ – рәссам-график Камил Ғөбәйҙуллин менән көньяҡ райондарҙа йәшәүсе ижадташтарҙың ассоциацияһын ойошторорға булдыҡ. Был ойошмаға Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалалары, Ғафури һәм Стәрлебаш районы рәссамдары инде. Быйыл уларҙың берләшеүенә 25 йыл булыу уңайынан баш ҡалала күргәҙмә үткәрҙек. Был ойошманың әһәмиәте нимәлә? Унда институт, училище тамамлаған, Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союзында торған ижадсыларҙы ғына түгел, ә махсус белеме булмағандарҙы ла алдыҡ. Ассоциация йыл һайын Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Һүрәт сәнғәте», «Графика», «Скульптура», «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте» номинациялары буйынса йомғаҡлау күргәҙмәһе ойоштора. Рәссамдарҙың иң юғары баһаланған эштәре Гран-при, дипломдар менән бүләкләнә. Ойошма коллегаларыбыҙ ижады өсөн ныҡ кәрәкле, республикабыҙҙа башҡа ундай көслө ассоциация юҡ... Беҙ рәссамдар матурлыҡты һаҡлау теләге менән янып йәшәйбеҙ. Киләһе йыл Совет нефть геологияһына нигеҙ һалыусы Иван Губкиндың 150 йыллығы билдәләнәсәк. Шәхестең исемен йөрөткән урамда, Нефть колледжы янындараҡ бюст ҡуйырға планлаштырғанмын. Эскиздарҙы эшләп, Президент грантына заявка ебәрҙем, әлеге мәлдә был һорау ҡарала. - Ғаиләгеҙ менән дә танышып үтәйек. Балаларығыҙ һеҙҙең ижад юлын һайланымы?

- Ҡатыным Елена Анатольевна картиналар галереяһында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Артур һәм Илиза исемле балаларыбыҙ бер-бер артлы үҫеп етте.

Иң өлкәне – Олег, ул тәүге ғаиләмдә тыуҙы. Уның менән аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Улдарым үҫә килә: «Атай, һөнәрҙе беҙ үҙебеҙ һайлаясаҡбыҙ»
– тине. Илиза ҡыҙым иһә кейем дизайнеры булырға теләүен белдерҙе. Уның да картиналар галереяһында рәсемдәре бар, әле үҙе Өфөлә технологиялар һәм дизайн колледжында уҡып йөрөй. Артур яңыраҡ Ҡытайҙан ҡайтты, унда урындағы телде өйрәнде. Шулай уҡ инглиз телендә яҡшы һөйләшә. Ул күберәк тарих, сит телдәр
менән ҡыҙыҡһына.

- Рафаэль ағай, гәзит уҡыусылары ла эштәрегеҙҙе күреп ҡыуанып тора. Ижадығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын, рәхмәт.

 

Автор фотоһы

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас