Йәмғиәт
21 Октябрь 2021, 07:50

Грек сәтләүеге теште таҙарта

Был рецептты ҡулланып ҡарағыҙ, файҙаһы мотлаҡ тейер. Бының өсөн грек сәтләүеге ҡабығы һәм 1 стакан һыу ғына кәрәк.

Грек сәтләүеге теште таҙартаГрек сәтләүеге теште таҙарта
Грек сәтләүеге теште таҙарта

Сәтләүек ҡабығын һыуҙа 20 минут тирәһе ҡайнатып һыуытҡас, уны һөҙөп алырға. Теш щеткаһын сәтләүекле ҡайнатмаға манып алабыҙ. Артабан уның менән теште ныҡ ҡына таҙалайбыҙ. Был процедураны көнөнә 3 тапҡыр, тештең таштары юҡҡа сыҡҡансы ҡабатлайбыҙ. Ике аҙнанан һуң һөҙөмтә һеҙҙе ҡыуандырыр.
Сәтләүек ҡабығы бактерияларға ҡаршы көслө сара ла булып тора, шул уҡ ваҡытта эмаль тышын алама ҡатламдарҙан таҙарта. Шулай уҡ теш ҡаҙналары ҡанап торғанда ла файҙалы, елһенеү тиҙ юҡҡа сыға.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас