

Рәхмәт ауылдаштарға, тиҙ арала 41600 һум аҡса йыйылды. Ошо суммаға ауыл зыяратынан 15000 һумға тимер - томор тапшырып ҡушылды. Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһынан 15900 һумға отбойный молоток, Өфө ҡалаһынан 28800 һумға бензогенератор һатып алынды. Ҡалған аҡсаға көрәк һәм башҡа кәрәк яраҡтар алынды, алынасаҡ. Был эштәрҙе ойоштороусы Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, ауыл Советы депутаты Ихсанов Рауилға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.