Йәмғиәт
16 Октябрь 2021, 08:51

Рейдтар дауам итә

Башҡортостан Башлығы  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле, юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға үҙгәрештәр индергәйне. Сикләүҙәрҙең тәүге өлөшө 4 октябрҙән үҙ көсөнә инһә, икенсе өлөшө 12 октябрҙән эшләй башланы.

Рейдтар дауам итәРейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә

Сикләү сараларының үтәлешен контролләү буйынса Ишембайҙа рейдтар үткәрелә. Был шәмбе көндө лә административ комиссия ағзалары, муниципипаль район хакимиәте, Роспоттребнадзор, полиция хеҙмәткәрҙәре башлыса сауҙа үҙәктәрендә булып, талаптарҙың үтәлеше менән танышты. Унда  район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты. Сауҙа үҙәгенә инеү урынында килгән кешеләрҙең тән температураһы үлсәнәме,  ковидҡа ҡаршы прививка белешмәләре бармы,  битлектәр кейгәндәрме – ошо һәм башҡа профилактик сараларҙың башҡарылыу кимәле ҡаралды. Шулай уҡ 18 октябрҙән индереләсәк сикләүҙәр  хаҡында ла иҫкәртелде. Был  көндән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, мунсаларға, сауналарға,  СПА-салондарға, солярийҙарға,  физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға,  бассейндарға, 50 кешенән күберәк урыны булған  ресторан - кафеларға ҡағыласаҡ.

Рейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас