Йәмғиәт
14 Октябрь 2021, 13:59

Иртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана

Бөгөн ҡалабыҙҙың үҙәк китапханаһында Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты йыйылышы үтте. Көн тәртибендә - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу анкеталарында иғтибарҙы йәлеп иткән һәм ҡайһы бер үҙенсәлекле һорауҙар тыуҙырған пункттар буйынса аңлатмалы эш алып барыу.

Иртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланаИртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана
Иртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана

Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк.
- Бөгөн киҫкен торған һорауҙарҙың береһе - халҡыбыҙҙың милләткә булған ҡарашы. Шуға ла кампания барышында иҫәп алыу анкеталарында ата-әсәңдең милләтен дөрөҫ итеп билдәләү бик мөһим. 12-се пунктта "Ваш родной язык? " тигән һорау бар. Әлбиттә, был осраҡта һәр кем үҙ әсәһенең туған телен туған тел итеп күрһәтергә бурыслы, - тип белдереп үтте Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллин. - Быйылғы иҫәп алыу анкеталарына шундай үҙенсәлектәр индерелгән - ул да булһа "Какими еще языками владеете?" тигән һорау. Был 11- се пунктҡа ҡағыла. Әлеге һорауға килгәндә, үҙ туған телен башҡорт теле тип күрһәтеүселәргә ошолай яуап бирергә кәңәш ителә: "Башҡорт телен беләм һәм уны көндәлек тормошта файҙаланам."
Республикабыҙҙа башҡорт телен белеүсе, аңлаусы һәм ҡулланыусы башҡа халыҡтар ҙә йәшәй. Татар, рус милләтенән булған ҡәрҙәштәребеҙгә шулай уҡ 11- се һорауҙа: "Башҡорт телен беләбеҙ " - тип яҙыуығыҙ тураһында үтенәбеҙ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо уҡ пунктта татар телен беләм, тип яҙа алабыҙ. Был бик мөһим мәл. Сөнки артабан республикабыҙҙың мәҙәни һәм иҡтисади үҫешенә ошо яуаптарҙан сығып финанс һалынасаҡ.

Обращение председателя исполкома курултая башкир Ишимбайского района Альфиса Файзуллина к нашим жителям другой национальности, владеющим башкирским языком или понимающим его.
"Перепись - это очень важное мероприятие. Мы прожили с различными народами бок о бок несколько веков. Очень много создалось семей, где родители - представители разных национальностей и культур. В анкету нынешней Всероссийской переписи населения внесен особенный пункт — это 11-й вопрос. Он звучит таким образом: "Какими еще языками владеете?" К примеру, я очень хорошо понимаю татарский язык. Естественно, я укажу языки - татарский и русский. Я хочу обратиться к жителям муниципального района. Дорогие участники данной кампании, я в лице Курултая башкир Ишимбайского района, прошу вас указать и башкирский язык .Это необходимо для культурнуго и экономического развития нашей республики. Помните, от ваших ответов будет зависеть финансирование многих социально - экономических объектов.

Иртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана
Иртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана
Иртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана
Иртәгә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас