Йәмғиәт
13 Октябрь 2021, 07:00

Лайыҡлылар тәбрикләнде

Ҡала мәҙәниәт һарайында Республика көнөнә арналған байрам тантанаһы үтте. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенең 31 йыллығын тос хеҙмәт емештәре менән ҡаршы алыуыбыҙ сараның бәҫен арттырҙы.

Лайыҡлылар тәбрикләндеЛайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде

Байрамға килеүселәрҙе Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов тәбрикләп, пандемия менән бәйле ҡатмарлы ваҡыттар кисерһәк тә республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәленең тотороҡло булыуын билдәләне. Сәнәғәт производствоһының үҫеүе, төҙөлөш туҡталмауы һәм башҡа ыңғай күренештәр аҙ түгел. Азамат Фәрит улы үҙенең сығышында республика ҡаҙаныштарына халыҡтың көндәлек хеҙмәте һалыныуын, Ишембайҙың да төбәгебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индереүен иғтибарға алды.

Әлеге сарала ла хеҙмәт алдынғылары байрам күрке булды. “Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы” директорының үҫеш буйынса урынбаҫары Игорь Ренжинға һөнәри оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Муниципаль район биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы уңышлы уҙғарыуға өлөш индергән өсөн бер төркөм ишембайҙар район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Тантана тағы ла бер мөһим ваҡиға менән иҫтәлекле булды. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, муниципаль райондың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Ришат Заһиҙуллинға Ишембай районы муниципаль районының Почетлы гражданины тигән маҡтаулы исем бирелде.

Ришат Иншар улының Ишембай үҫешенә индергән өлөшө ҙур. Үҙенең хеҙмәт юлын 1969 йылда башлаһа, бөгөн дә ул сафта. Ун йыл “III Интернационал” колхозында ферма мөдире, өс йыл ошо уҡ колхозда партком секретары булып эшләй, артабан туғыҙ йыл дауамында “Салауат Юлаев” исемендәге колхозға етәкселек итә. Шулай уҡ Ришат Иншар улы район хакимиәте башлығы урынбаҫары булараҡ та байтаҡ йылдар яуаплы вазифалар биләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та райондаштарының мәнфәғәтен хәстәрләү эшенән ситләшмәй – 2012 йылдан ул райондың ветерандар советына етәкселек итә. - Ошолай ҙурлағандары, эшемде күреп баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт, - тине ул хис-тойғолары менән бүлешеп.

Тәбрикләүҙәр бының менән генә тамамланманы. “Ишембай районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ булыусылар ҙа сәхнә түренә саҡырылды. Тантананы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән бай, сағыу концерт дауам итте. Ишембай һәләтле йыр, бейеү коллективтарына бай. Был юлы ла сәхнә оҫталары йөкмәткеле концерт менән ҡыуандырҙы. Төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙарҙа, халыҡ бейеүҙәрендә байрам рухы сағылды.


Автор фотолары.

Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Лайыҡлылар тәбрикләнде
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас