Йәмғиәт
11 Октября 2021, 03:10

Ҡәҙерле яҡташтар! Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле яҡташтар! Хөрмәтле ишембайҙар!Ҡәҙерле яҡташтар! Хөрмәтле ишембайҙар!
Ҡәҙерле яҡташтар! Хөрмәтле ишембайҙар!

Беҙ бөгөн республикабыҙҙың ҙур потенциалы бар һәм киләсәге өмөтлө, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ. Заманса Башҡортостан – мөмкинселектәрҙе, ҙур пландарҙы ышаныслы тормошҡа ашыра торған төбәк.

Ишембай районы Бөтә Башҡортостан менән бергә йәшәй һәм үҫешә. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән ишембайҙар көн һайын районыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, күркәмерәк, уңайлыраҡ итеү өсөн тырыша.

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, илһөйәрлегегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Районыбыҙ һәм республикабыҙ киләсәктә лә сәскә атһын, ә һәр ишембайлының тормошо шатлыҡ-ҡыуаныстар, иртәгәһе көнгә ышаныс менән тулһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азамат АБДРАХМАНОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас