Йәмғиәт
11 Октябрь 2021, 07:00

Булдыҡлының бураһы тулы

Былтыр Ҡарайған ауылынан фермер Тимерйән Искәндәров “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында еңеп сығып Грантҡа лайыҡ булғайны. Яҡташыбыҙҙың уңыштары, хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән танышыу маҡсатында Ҡарайғанға юлландыҡ.

Булдыҡлының бураһы тулыБулдыҡлының бураһы тулы
Булдыҡлының бураһы тулы

Тимерйән Искәндәров игенселек һәм ат тотоу менән шөғөлләнә. Ырымбурҙа автотранспорт тармағында 30 йыл эшләгәндән һуң, ғаиләһе менән ауылға ҡайтып төпләнәләр. 2006 йылда ауыл хужалығы тармағының нескәлектәрен бик белеп тә бөтмәгән Искәндәровты ҡустылары иген сәсеп ҡарарға, үҙ эшен асырға өгөтләй. Иҫке генә булһа ла техника, һабан һәм сәскестәр һатып алып, 100 гектар ерҙә эшкә тотона ул. Билдәле, тәүге йылдарҙа килем тураһында һүҙ ҙә юҡ – сығымдарын саҡ-саҡ ҡаплата. Тора-бара эш яйға һалына.

Хәҙер инде Тимерйән Тимерхан улы ауыл хужалығы тармағының бөтә нескәлектәрен белгән, аяғында ныҡлы баҫып торған ер хужаһы. Һабантуйҙарҙа яҙғы-баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса алдынғы урындар алып килеүе лә хеҙмәтенә баһа. Әйтергә кәрәк, 2019 йылда “Т.Т.Искәндәров” крәҫтиәнфермер хужалығы етәксеһе Тимерйән Искәндәров Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Булдыҡлының бураһы тулы, тип халыҡта юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бураҙнаға тирең тамыҙмаһаң, тос ҡаласҡа өмөт итеп булмай. Бөгөнгө көндә хужалыҡтың 700 гектар ере бар, шуның 500-е сәсеүлектәргә тотонола, башлыса иген культуралары үҫтерәләр. Юғары уңыш алыу өсөн элиталы, кондициялы орлоҡтар сәсеүгә, минераль ашлама ҡайтарыуға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Яңы техника ла эште ваҡытында башҡарып сығыуға мөмкинлек бирә. Хужалыҡта һигеҙ хеҙмәткәр эшләй.

Грантҡа ярашлы, сумманың 60 проценты Ауыл ужалығы министрлығынан бүленһә, 40 проценты фермерҙың үҙенеке. Былтыр Баймаҡ районынан һатып алынған 40 баш ат ҡыш сығып, ҡолонлап та өлгөргән. Улар өсөн ферма төҙөлгән, биләмәне кәртәләп ҡуйғандар. Быйыл тағы ла 45 баш йылҡы малы килтерелгән. Беларус тракторы, сапҡыс, пресс-йыйғыс алынған. Эшҡыуар өҫтәмә рәүештә Һул яҡ яр ҡасабаһы янынан ҡуртымға ер алған. Унда ферма төҙөп, йылҡысылыҡты үрсетергә уйлай Тимерйән Тимерхан улы. “Торатау” геопаркы булдырылыуы ла яңы мөмкинлектәр асыр, тип өмөтләнә эшҡыуар. Геопаркта ул йылҡы ите, ҡымыҙ етештереүҙе лә башлап ебәрергә ниәтләй.
Быйыл йәй ҡоро килгәс, уңыштар бик ҡыуандырмай.

- Бойҙайҙан килем аҙ булды. 40 гектар ерҙән 20 тонна ҡарайбойҙай алдыҡ. Көнбағыш уңды. Башҡа хужалыҡтарға ҡарағанда, беҙҙә уңыш яҡшыраҡ булды, тип иҫәпләйем. Үҙебеҙ сәскән бесән дә яҡшы үҫте. Йыйылған иген культураларын ауыл халҡы, күрше тирә-яҡтан килеп һатып алалар. Көнбағышты элеваторға тапшырабыҙ, килеп тә алалар, - ти булдыҡлы эшҡыуар.

Тимерйән Тимерхан улының яңы эш башлаусыларға әйтер һүҙҙәре лә бар:

- Тырышлыҡ, теләк булғанда бөтәһе лә килеп сыға ул. Хөкүмәт тә ярҙам күрһәтә, шуны файҙалана белергә кәрәк. Эштән ҡурҡмай, ныҡышмал, түҙемле булһаң, алдыңа
ҡуйған маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин. Ауыл хужалығында күберәк йәштәрҙе күрге килә. Минең өс улым да эште алып барырға ҙур ярҙам күрһәтә. Өлкәне институт тамамлап, әле аттар менән ул шөғөлләнә, икенсе улым юридик һөнәр алып финанс, документация эштәрен алып бара. Иң кесеһе әрме хеҙмәтендә, - ти ул.

Иле, ере, ғаләһе өсөн тырышып хеҙмәт иткән эшҡыуарға киләсәктә лә ауырлыҡтарға бирешмәй, ерҙә ныҡлы баҫып эшләргә булһын!


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас