

Тикшеренеүселәрҙең әйтеүенсә, тап ошо матдәләр организмдың һаҡланыу тәьҫирен көсәйтә. Ғөмүмән, ғилми тикшереүҙәр етди кимәлдә үткән, бик күп ауырыуҙар менән әңгәмәләшеү, ентекле мәғлүмәт туплау һөҙөмтәһендә шундай һығымта яһалған. Һуғанды аҙнаһына ете тапҡыр һәм унан да күберәк ашаған ир һәм ҡатындарҙың, был йәшелсәне һанға һуҡмағандарға ҡарағанда, сиргә юлығыу хәүефе яртылаш кәм булған. Ошо уҡ хәл шулай уҡ һарымһаҡ һөйөүселәргә лә ҡағылған.
Йәшелсәнең был төрҙәре ауыҙ, тамаҡ, бауыр һәм түллек биҙендә яман шештәр хәүефен кәметә, тигән һөҙөмтәгә килгән белгестәр.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан