Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 13:28

КИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘ

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ауылдарҙа уңышлы тормошҡа ашырыла. Кинйәкәйҙәр быйыл ауылдарында балаларспорт майҙансығын төҙөргә ҡарар итһә, конкурстан уңышлы үтеп әлеге көндә саралар күрелә башлаған.

КИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘКИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘ
КИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘ

Был эштә ауыл халҡының әүҙемлеген дә билдәләмәү мәмкин түгел.

Майҙансыҡ ике өлөштән торасаҡ. Тәүгеһендә бәләкәстәр өсөн уйын ҡорамалдары ҡороласаҡ, икенсеһендә спорт майҙансығы урын алсаҡ, унда баскетбол, волейбол уйнау мөмкинселеге булдырыла. Тәүҙә өмә ойоштороп ауыл халҡының күмәк көсө менән иҫке бина һүтеп алынып, майҙансыҡ өсөн урын хәстәрләнгән. Бөгөнгө көндә уйын зонаһында ваҡ таш, асфальт түшәлгән, киләсәктә унда резина япма һалынасаҡ, спорт зонаһында ҡом һибелгән. Бик тиҙҙән йәш кинйәкәйҙәр өсөн яңы балалар майҙансығы асылыуы тураһында хәбәр итербеҙ әле.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһынан был тарафта йәшәүселәр электән файҙалана. 2016 йылда Скворчихала балалар майҙансығы ҡоролған, 2017 йылда Алаҡай клубына капиталь ремонт эшләнгән, эргәһендәге биләмә лә төҙөкләндерелгән, 2018 йылда Скворчиха ауыл клубына ла ремонт яһалған, 2019 йылда скворчихалар һыу селтәрҙәрен яңыртыуға өлгәшкән.

 

Фото: https://vk.com/id241730430

КИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘ
КИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘ
КИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘ
КИНЙӘКӘЙҘӘ МАЙҘАНСЫҠ ЭШЛӘНӘ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас