Йәмғиәт
6 Октября 2021, 11:56

Холестеринды нисек кәметергә?

Баҡтиһәң, холестеринды кәметеү өсөн туҡланыуҙы үҙгәртеү ҙә етә.

Холестеринды нисек кәметергә?Холестеринды нисек кәметергә?
Холестеринды нисек кәметергә?

Йәшел төҫтәге йәшелсәләр (баллы борос, броколли, кәбеҫтәнең башҡа төрҙәре, петрушка, укроп, сельдерей, салат) файҙалы. Көнөнә 3 тапҡыр һарымһаҡ ашарға кәрәк, еҫен яратмаһағыҙ, бешерергә мөмкин. Һуғандың сейе генә файҙалы.
Кишерҙең дә сейен, бешерелмәгәнен файҙаланырға кәрәк. Уның һутын һығып эсә алаһығыҙ. Көн дә бер кишер ашағандар уның йоғонотоһон тиҙ һиҙер. Ҡуҙаҡлылар, һоло, йәшел алма, лимон әфлисун, грейпфрут та холестеринды кәметергә булыша.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас