Йәмғиәт
4 Октябрь 2021, 16:16

Ишембайҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса рейдар үтте

Бөгөн, 4 октябрҙә, Башҡортостанда төрлө ойошмаларға һәм учреждениеларға инеү буйынса сикләүҙәр үҙ көсөнә инде. Сикләүҙәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр индереү тураһындағы указына ярашлы барлыҡҡа килде.

Ишембайҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса рейдар үттеИшембайҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса рейдар үтте
Ишембайҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса рейдар үтте

Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, 4 октябрҙән дәүләт музейҙарына, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн вакцинация тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә кәрәк. Был саралар халыҡтың именлеген уйлап, сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймау өсөн ҡабул ителгән.

Бөгөн Ишембайҙа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе үтәү буйынса рейд үтте. Унда Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов ҡатнашты. Рейд барышында китапханалар, ҡала мәҙәниәт һарайы һәм балалар сәнғәт мәктәбе тикшерелде. Хәҙер был учреждениеларҙа 18 йәштән өлкән кешеләргә вакцинация тураһында сертификат йәки тейешле справкалар күрһәтмәйенсә инергә ярамай. Тикшереү барышында китапханалар системаһында һәм ҡала мәҙәниәт һарайында яңы индерелгән ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтары асыҡланманы. Үкенескә ҡаршы, балалар сәнғәт мәктәбендә эштәр бик яҡшыларҙан түгел ине. Мәктәптә шөғөлләнеүсе ата-әсәләрҙән бер кем дә сертификат йәки справка күрһәтеүҙәрен һораманы. Шулай уҡ сикләү саралары индерелгән территорияла ата-әсәләрҙең йөрөүе асыҡланды. Был юлы Азамат Абдрахманов мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре менән профилактик әңгәмә үткәреү менән сикләнде һәм ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса тикшереүҙәр артабан да дауам итәсәк, тип белдерҙе. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр һәм халыҡ яңы үҙгәрештәргә етди ҡарарға тейеш.

Ишембайҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса рейдар үтте
Ишембайҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса рейдар үтте
Ишембайҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса рейдар үтте
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас