

Арыу йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙән олораҡтар тураһында хәстәрлек күреү тураһында ла онотмайбыҙ. Быйыл июнь айында ауылыбыҙҙың бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән инәй-бабайҙарын йыйып осрашыу кисәһе уҙғарҙыҡ. Уларҙың бер-береһе менән осрашыу шатлыҡтарын күреп, үҙебеҙҙең дә күңелдәребеҙ тулды. Беҙ башлаған йырҙарҙы улар күтәреп алып дауам иткәндә йөрәктәр ҙә бергә типкәндәй тойолдо.
Йәш быуынды ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ағинәйҙәребеҙ балаларға 1 сентябрь көндө видеоҡотлау ойошторҙо. Унда уҡыусыларға оло быуындың теләктәре яңғыраны. Йәштәргә халҡыбыҙҙың йолаларын күрһәтеү ҙә беҙҙең бурыс. “Әбейҙәр сыуағы”, “Тула баҫыу”, “Ҡорама” байрамдары – былар барыһы ла йолаларыбыҙҙы тергеҙеү маҡсатында ойошторолдо. Суфия Рәхимова ижад иткән кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе күрһәтеү ҙә матурлыҡ дәресенә әүерелде.
Үткәндәребеҙҙе онотмау, уларҙы йәштәргә еткереү маҡсатында яңыраҡ “Ураҡ өҫтө” тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөүҙе тамамланыҡ. Элекке замандарҙа, ураҡ менән арыш урған осорҙо хәтергә төшөрөп, балаларға икмәктең ни тиклем ауыр көс түгеп үҫтерелеүен аңлатырға тырыштыҡ.
2015 йылда ағинәйҙәрҙең ныҡышмал хеҙмәте, ауылдаштар һәм илһөйәр егеттәрҙең тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ауылыбыҙҙа Хәтер ташы төҙөлдө. Эш бының менән туҡталмаҫ. Ҡарағай Тау итәгенән килтерелгән туғыҙар тонналы ике ташҡа тыл хеҙмәтсәндәренә һәм Афған, Чечня һуғышы ветерандарына мемориаль таҡтаташ ҡуйыу буйынса ла әҙерлек бара. Алға маҡсаттарыбыҙ бик күп. Пандемия сәбәпле кисектереп торһаҡ та, тиҙҙән уларҙы тормошҡа ашырыуыбыҙға ышанабыҙ. Маҡсатыбыҙ - ауырыуға бирешмәҫкә, киләсәккә ҡуйған изге ниәттәрҙе дауам итергә. Байрам менән менән барлыҡ оло быуын халҡын ҡотлайбыҙ һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.