

Ауыҙ-ирен тирәһенә сыҡҡан герпес ауырыуын һалҡын тейеүҙән, тиҙәр.
Ысынлап та, саҡ ҡына кеше өшөһә, ирен ситенә килеп тә сыға был ауырыу. Шулай ҙа ысын сәбәбе уның иммунитет түбәнәйеп, витаминдар етмәүҙән, ти табип-дерматолог Елена Ермолова.
Герпес шундай мәкерле вирус, организмға бер килеп эләкһә, ДНК-ға инеп, ғүмерлеккә ҡала, тип белдерә белгестәр. Антиесемдәр инфекцияның активлығын баҫып тора-тороуын, әммә иммунитеттың саҡ ҡына түбәнәйеүе була - ауыҙ-ирен тирәһендә герпес эҙемтәләре күренә лә башлай. Был осраҡта иң яҡшыһы табипҡа күренеү. Шулай ҙа ҡул аҫтындағы саралар менән дә сирҙең башланған осоронда дауаланырға була.
Шуға ла беренсе симптомдар һиҙелеү менән, ҡысып, елһенеү башланһа, был урынды антисептик менән һөртөгөҙ, бактерицидлы үҫемлек төнәтмәләре менән дымлағыҙ.
Иммунитетты күтәреү маҡсатында ял итеп, ашауға иғтибар итегеҙ, витаминға бай аҙыҡтар менән туҡланығыҙ.
Герпес яраһына бысраҡ ҡул менән теймәгеҙ. Бигерәк тә һыулы күбектәрҙе һытыу тыйыла, косметика буямағыҙ, тип кәңәш итә табип.
Герпесҡа ҡаршы дарыуханаларҙа бихисап майҙар һатыла. Ә бына халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт иткәндә, сәй ағасы майы (масло чайного дерева) тәбиғи антисептик, һөҙөмтәле дауа тип һанала. Беренсе симптомдар күренеү менән шул урынға был майҙы һөртөп ҡуйырға кәрәк.
Облепиха майы, вирусты үлтереү менән бергә, зарарланған тирене лә дауалай.
Алоэ - яраны бөтәштерә торған үҫемлек һанала, шуға ла алоэның һутлы япрағын өҙөп яралы урынға баҫыу яҡшы дауа.
Пихта майы ла бик файҙалы. Уның менән һәр өс сәғәт һайын яраға һөртөп тороу фарыз. Әҙ генә әсеттерер, тик түҙер кәрәк, сөнки ике-өс көндә герпестың эҙе лә ҡалмаҫ.
Был саралар сирҙең еңелсә формаһында һөҙөмтәле, әгәр инде ауырыу аҙып китһә, мотлаҡ табипҡа күренеү фарыз.
Миләүшә Сайтакова
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан