Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 11:28

Ярты быуат бергә

“Бәхетле ғаилә” тигән төшөнсәгә күпме мәғәнә һалынған. Атай-әсәй, туғандарҙың иҫән-һау булыуы, һайлаған йәрең менән тигеҙ, татыу ғүмер кисереү, балалар үҫтереп, уларҙың шатлығын бүлешеп, кәрәк саҡта ярҙам итеп йәшәү.

Ярты быуат бергәЯрты быуат бергә
Ярты быуат бергә

Көҙән ауылында 50 йыл бергә бәхетле ғүмер иткән матур пар - Хәлимә Ханнан ҡыҙы менән Шәйхетдин Шәйхелислам улы Вәлиевтар йәшәй. Ғаилә башлығы Шәйхетдин Шәйхелислам улы ишле ғаиләлә донъяға килә. 1954 йылда Шәйхетдин ағай 1-се класҡа уҡырға бара. “Йылы һүҙ йән аҙығы, яман һүҙ баш ҡаҙығы”, тигән боронғолар. Уртаса уҡып йөрөгән малайға тарих фәне уҡытыусыһы Фәйзуллин Шәрип Хәлил улы: “Ай, Шәйхетдин, шәп уҡыйһың! Маладис, ҡулыңдан килә!”, тип 5-ле билдәһе ҡуя. Шулай итеп, йыл аҙағын ул тик “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлай. 8-се класҡа класташ егеттәре Фәрит, Хизбулла менән бергәләп күрше Йәнырыҫ ауылына уҡырға баралар. 10-сы класты киске мәктәптә тамамлай, иртә яҙҙан баҫыу эштәренә йөрөй. Шәйхетдин Шәйхелислам улы эстән генә белем алыу, уҡырға инеү ниәте менән яна. Ауылда көтөү көтөп 15 һум аҡса эшләгәс, класташы Хизбулла Ғилметдин улы менән Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Өс йыл ярым урынына уҡыуҙы ике йыл ярымда тамамлап, зоотехник һөнәрен алып ауылға эшкә ҡайта. Дүрт ай буйы уҡыу практикаһын колхозда йәйләүҙә ферма мөдире булып үтә. Һауынсылар етешмәй, һыйырҙар күп. Шулай аптырап йөрөгәндә Кәбәс ауылы кешеләренә тап була. Улар менән һөйләшеп китеп, 15-16 йәшлек ҡыҙҙары бар икәнлеген белә. Ул ҡыҙҙарҙы һауынсы итеп эшкә саҡырырға була.

- Өйҙәренә барып, ҡыҙҙарҙы көтөргә тура килде. Йорт ҡура-тирәһен ҡарап йөрөгән саҡта тау башындағы сәскәләр араһынан, үҙҙәре лә сәскә кеүек, апалы-һеңлеле Хәлимә менән Йәмилә ҡайтып инде”, - тип һөйләй Шәйхетдин Шәйхелислам улы һөйгән йәре менән тәүге осрашыуы тураһында.

Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң туй үткәрәләр. Йәш ғаиләлә ике ҡыҙ донъяға килә. Уларҙы үҫтереп, уҡытып, үҙаллы тормош юлына сығаралар. Шәйхетдин Шәйхелислам улы ферма мөдире, ауыл Советы рәйесе була. Ул эшләгән осорҙа Көҙән, Ҡыҙыл Октябрь ауылдарына газ үткәреү, мәктәп, балалар баҡсаһы,
ауыл Советы биләмәһенә ҡойо ҡаҙытыу кеүек ҙур эштәр башҡарыла. Ауыл тирә-яғын төҙөкләндереүгә лә күп
көс һала ул. Әхмәтзәки Вәлиди музейының бураһын да Ҡолғона яҡтарынан алып ҡайтыуҙы ойоштороу Шәйхетдин
Шәйхелислам улы елкәһенә төшә. Ауылым, халҡым, тип янып йәшәй ауылдашыбыҙ.

Әлбиттә, өйҙә йылы аштар әҙерләп, балалар тәрбиәләп, донъя көтөп торған ҡатыны Хәлимә апайҙың сабыр холҡо, егәрле, ипле булыуы Шәйхетдин Шәйхелислам улына ҙур таяныс булғандыр.

Хәлимә Ханнан ҡыҙы оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләй, тырыш хеҙмәте өсөн В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Уның 43 йыл хеҙмәт стажы бар. Шәйхетдин Шәйхелислам улы Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы отличнигы исемен алып, 42 йыл стаж менән пенсияға сыға.

Шәйхетдин Шәйхелислам улы менән Хәлимә Ханнан ҡыҙына алдағы көндәрен иҫәнлектә-һалыҡта, бәхетле ғүмер итеүҙәрен, парлы ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Миннира ВӘЛИЕВА, Көҙән ауылы.
Читайте нас