

Сәлих ауылында йәшәүсе Нәсимә менән Әхмәт Шаньязовтар ошондай бәхетле парҙарҙың береһе - уларҙың ғаилә ҡороуҙарына ла быйыл 45 йыл тула. Икеһе лә Сәлихтә тыуып-үҫеп, ғүмер буйына ошо ауылда йәшәйҙәр, хеҙмәт итәләр һәм бөгөнгө көндә хаҡлы ялда матур ҡартлыҡтарын кисерәләр. Тырыш, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә алдында яуаплылыҡ – ошо сифаттар уларҙың бәхетенең нигеҙе. Әхмәт ағайҙың байтаҡ ғүмере Сәлих мәктәбендә уҡытыусылыҡ эше менән бәйле. Балаларға физкультура, башланғыс хәрби әҙерлек, хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Мәктәптәге дөйөм стажы 22 йылға етә. Ауыл Советы депутаты итеп һайланғас, тағы ла яуаплыраҡ вазифаны йөкмәтәләр - Әхмәт Бәхтегәрәй улы Сәлих ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Был ауыр ҙа, яуаплы ла бурысты ул 15 йыл башҡара. Эште ойоштора, халыҡ менән уртаҡ тел таба белеү кеүек сифаттарҙы ла талап итә был вазифа. Ул эшләгән йылдарҙа ауылды төҙөкләндереү буйынса байтаҡ саралар күрелә: Сәлих ауылында Муса Гәрәев, Совет, Күпер урамдарына газ үткәрелә. Ауылдың мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла. Ивановка ауылына ла газ торбалары һуҙыла. Сәлих клубы ла капиталь ремонттан һуң газға көйләнә. Күпер урамына һыу үткәреү, Баҡса урамына асфальт һалыу һәм башҡалар шул осорҙа күрелгән саралар. Етәкселек эше тынғыһыҙ. Бигерәк тә колхозда ураҡ ваҡыттары күп көстө ала. Иртә менән эшкә китеп, төнөн ҡайтырға тура килгәндә, ҡатыны Нәсимә апай һәр ваҡыт терәк-таянысы була.
Әйткәндәй, Нәсимә Минегерәй ҡыҙының эше лә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған яғында - Салауат Юлаев исемендәге колхозда экономист булып башлай һәм 10 йыл ошо вазифаны биләй, аҙаҡ йәнә 18 йыл ошо уҡ колхозда баш бухгалтер булып эшләй. Артабан уға район хакимиәтенең финанс идаралығында ла, ауыл хужалығы идаралығында ла эшләргә тура килә. Нәсимә апайҙың да хеҙмәт стажы 36 йыл булып китә. Эш, балалар мәшәҡәте тип тормай, ситтән тороп юғары белем алырға ла өлгөрә. Тормош эштән генә тормай. Ғаилә, балалар хәстәрләү бурысы ла бер ыңғайҙан алып барыла. Нәсимә апай менән Әхмәт ағай өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бөгөнгө көндә уларҙың һәр береһенең үҙ тормошо, үҙ эше булыуы менән дә бәхетле әңгәмәселәрем. Ә инде ейән-ейәнсәрҙәре уларҙың шатлыҡтарын тағы ла ишәйтә, тормоштарын бөтәйтә.
- Өйҙөң ҡото ҡатын-ҡыҙҙан тора, тип уйлайым. Өй ҡотло булһа, ғаилә лә бәхетле. Был яҡтан Нәсимәгә рәхмәтлемен. Һәр ваҡыт өй ҡараулы, йылы ашы әҙер. Тормош тигәнең гел шыма ғына бармай бит ул. Шул ҡытыршылыҡтарҙы бергә сабыр ғына үткәрә белеүҙә лә сағыла ғаиләнең көсө, - ти Әхмәт Бәхтегәрәй улы.
Нәсимә апай ҙа тормош иптәшенән уңыуын йәшермәне.
- Йәштән эшкә егәрле, беҙгә терәк-таяныс булды. Атай абруйы беҙҙең ғаиләлә ҙур, - тине ул.
Ҡартайған көндәрендә лә тормоштары бөтөн, бәхеттәре түңәрәк Шаньязовтарҙың. Хаҡлы ялдамын тип тормайҙар икеһе лә “Дарман” үҙешмәкәр халыҡ театрына йөрөргә ваҡыт табалар. Пандемия арҡаһында ғына саралар һүрелеп тора. Әхмәт Бәхтегәрәй улы Сәлих, Әптек ауылдарының ветерандар Советы рәйесе вазифаһын да башҡара. Ололар тураһында хәстәрлек ауыл хакимиәте менән берлектә алып барыла, ти ул. Оло йәштәгеләр көнө уңайынан да байрам теләктәрен еткерергә онотманы:
- Сәлих, Әптек ауылдарында йәшәүсе оло йәштәгеләрҙең барыһын да ҡотлайым. Иң беренсе уларға сәләмәтлек, донъялар именлеге, күңел көрлөгө теләйем. Киләсәгебеҙ ышаныслы, ҡартлығыбыҙ тыныс, бәхетле булһын, - тине ветерандар советы рәйесе.
Автор фотоһы