Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 05:00

1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!

1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Һеҙҙе ихлас күңелдән Оло йәштәгеләр көнө - тәрән аҡыл һәм изгелек байрамы менән ҡотлайым!

Был дата – оло быуын вәкилдәренең йәше тураһында иҫкә төшөрөү түгел, ә атай-әсәйҙәребеҙгә, һуғыш, хеҙмәт ветерандарына, пенсионерҙарға, барлыҡ оло йәштәгеләргә муниципаль район үҫешенә тос өлөш индергәндәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн йылы һүҙҙәр әйтеү мөмкинлеге ул.

Һеҙҙең иңегеҙ артында – оло тормош юлы. Һеҙ - ваҡыт һәм быуындарҙың тере бәйләнеше булып тораһығыҙ. Белемегеҙ, бай тәжрибәгеҙ әлеге заман шарттарында ла бик мөһим, сөнки йәштәрҙең инициативаһы менән рәттән ололарҙың күпте күргән тормош тәжрибәһе лә талап ителә. Һуғыш осороноң ауырлыҡтарын үҙ иңендә татығын, тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, Ватаныбыҙҙы тергеҙеүгә күп көс һалған оло быуын ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Хаҡлы ялда булған һәм йәшенә ҡарамай һаман эшен дауам иткәндәрҙең барыһын да байрам менән
тәбрикләйем. Оло йәштә булыуығыҙ бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүгә сәбәп булмаһын, көсғәйрәтегеҙ оҙаҡ йылдарға етһен!

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, оҙон бәхетле ғүмер, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем.


Азамат АБДРАХМАНОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас