Йәмғиәт
30 Сентябрь 2021, 08:30

Ҡаҙ үҫтереү серҙәре

Бөгөн күптәр шәхси хужалығында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға тырыша. Ауыл ерендә генә түгел, ҡалала үҙ йортонда йәшәүсе ғаиләләр ҙә ҡош-ҡорт көтөүҙең отошло булыуын яҡшы аңлай. Уларға мәғлүмәти йәһәттән ярҙам күрһәтеү маҡсатында тәжрибәмде уртаҡлашам.

Ҡаҙ үҫтереү серҙәреҠаҙ үҫтереү серҙәре
Ҡаҙ үҫтереү серҙәре

Әгәр ҙә һеҙ ҡаҙ аҫрарға уйлаһағыҙ, тәүге йылдарҙа 3 – 5 ҡаҙҙан башлағыҙ. Аҙаҡ үрсетеп, 10 – 15 инә ҡаҙға еткерергә була. Ике-өс инә ҡаҙға бер ата ҡаҙ тәҡдим ителә. Уларға ҡышҡылыҡҡа ҡоро, ел үтә өрмәгән ҡура һәм ҡалын һалам түшәк булырға тейеш.

Инә ҡаҙ йомортҡа һалыуын туҡтата икән, тимәк, ул себештәр сығарырға әҙерләнә башланы, тигән һүҙ. Баҫтырырға ултыртҡанда һәр инә ҡаҙға 11 – 13 йомортҡа һалына. Баҫырға ултырыу мәле башлыса апрель айына тура килә. Инә ҡаҙҙы ярым-ҡараңғы, таҙа, еҫһеҙ, тыныс кәртә мөйөшөнә йә иһә бүлмәгә урынлаштырырға кәрәк. Йылылыҡ яҡынса 12 градус булырға тейеш. Ғәҙәттә, ҡаҙ йомортҡа һалған ояһына ғына ултыра, шуны иҫтә тотоғоҙ.

Себештәр 27-28-се көнгә сыға башлай. Әгәр себештең башы сығып, ике тәүлек сыға алмай интекһә, уға ярҙам күрһәтеү талап ителә. Уларҙы ҡоро дебет шәлгә урап, тартма йә ҡатырға йәшниккә урынлаштырырға кәрәк. Себештәр тулыһынса сығып бөткәс, әсәһенең аҫтына ҡуйырға (төнгөлөккә ҡушыу яҡшыраҡ).

Себештәргә тәүге өс көндә ваҡ итеп туралған тауыҡ йомортҡаһы, һөт эремсегенә ҡушып буталған тары ярмаһы бирергә. Бер ай тулғансы көнөнә 4-5 тапҡыр ашатыу мөһим. Был осорҙа бәпкәләрҙе төрләндереп, еңел аҙыҡтар менән туҡландырырға. Бүрттерелгән ярмалар, бойҙай көрпәһенә ҡушып ваҡланған кесерткән, юл япрағы, ҡуҙғалаҡ бутап ашатыу бик тә файҙалы. Мөмкинлектәре булғандарға бешкән картуф, сөгөлдөр, кишер ашатыу ҙа әһәмиәтле. Ә инде таҙа һыу, аҡ балсыҡ, ҡом, ваҡ күмер һәр ваҡыт уларҙың алдында булһын.

Бер айҙан һуң бөртөклө ашлыҡ бирә башларға була. Йәй көнө һыу һәм йәшел үлән даими булһа, ем дә әҙерәк китә. Ҡаҙ үҫтереү өсөн йылға-күлдең булыуы мотлаҡ түгел, асыҡ кәртәлә йә ишек алдында ла ҡаҙ үҫтереп була. Ҡаҙ – ашамлыҡты һайлап ашаусан, һиҙгер ҡош. Әҙ генә күгәргән еҫле аҙыҡ булһа ла, ашауҙан баш тарта.

Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙҙарҙы һимертеү өсөн ашатыуҙы яҡшыртырға кәрәк. Төнгөлөккә лә ҡоро ем ҡалдырыу мөһим. Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡаҙ иртә таңдан ашарға ярата.

Бына шулай күп итеп ҡаҙ үҫтерегеҙ, үрсетегеҙ. Тәүге ҡар яуып, көндәр һыуытыуға, гөрләтеп ҡаҙ өмәһе үткәрергә яҙһын.

 

Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Хәйбулла районы.

Фото:pxhere.com

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас