Йәмғиәт
29 Сентябрь 2021, 10:00

УҢЫШ ЗАРЛАНЫРЛЫҠ ТҮГЕЛ

Ауыл хеҙмәтсәндере быйылғы ҡоролоҡто ла лайыҡлы үткәрҙе. Сәсеүлектәр ямғырға зарыҡһа ла, йылына ҡарата уңыштың насар булмауын билдәләй Ишембай мәғлүмәт - консультация үҙәге баш агрономы Фәүзиә Ғилманова.

УҢЫШ ЗАРЛАНЫРЛЫҠ ТҮГЕЛУҢЫШ ЗАРЛАНЫРЛЫҠ ТҮГЕЛ
УҢЫШ ЗАРЛАНЫРЛЫҠ ТҮГЕЛ

Районда бөртөклө культуралар тулыһынса баҫыуҙарҙан йыйып алынған, гектар ҡеүәте 18 центнер тәшкил итә. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа был күрһәткес юғарыраҡ. Киләһе йыл өсөн орлоҡҡа, мал аҙығына ҡулланыуға ла уңыш етерлек. “Лейтер Е.Г.”, “Привалов А.З.”, “Едих Е.В.” крәҫтиәнфермер хужалыҡтары, “Победа”, “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре орлоҡто запас менән әҙерләүгә өлгәшкән. Тупланған орлоҡтоң 30 проценттан ашыуын элиталы сорттар биләй. Әлеге көндә хужалыҡтарҙа орлоҡто таҙартыу, кондицияға еткереү буйынса эш дауам итә.

- Ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологияларын үтәү, ваҡытында сәсеү, тәрбиәләү ҙә уңышҡа ыңғай йоғонто яһаны, - ти баш агроном.

Районда техник культуралар - рапс һәм етен дә тулыһынса йыйып алынған. Әлеге көндә көнбағыш баҫыуҙарында эш бара. Уның 72 процент майҙанында эш теүәлләнгән, гектар көсө уртаса 15 центнерҙар ашыу.

Туңға һөрөү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Август айында башланған эш әле лә тынмай. Бөгөнгө көнгә 10 мең гектарҙан ашыу ер һөрөлгән, был пландың 85 процентын биләй. Туңға һөрөүҙең киләһе йыл уңышына ыңғай тәьҫир итеүен, йомшаҡ ерҙең дым һаҡлау өсөн дә яҡшы булыуын, шул уҡ ваҡытта сүп үләндәренән, төрлө ҡоротҡостарҙан арыныу йәһәтенән дә мөһим булыуын билдәләй белгестәр. Был эш ер туңдырғансы дауам итәсәк. Киләһе йыл уңышын хәстәрләгән тағы ла бер мөһим эш башҡарылған - районда 4 мең гектарҙан артыҡ ужым сәселгән. Ужымдың дәррәү генә шытып сығыуына һуңғы арала яуған ямғырҙар ҙа булышлыҡ иткән. Шулай ҙа ергә дым кәрәк әле. Йәнә бер яуаплы осор – малдарҙы ҡышлатыу яҡынлаша. Йәй дауамында ҡышҡылыҡҡа малдар өсөн тейешле күләмдә аҙыҡ туплау ҙа етди бурыс булып торҙо. Ҡышлау өсөн етерлек аҙыҡ әҙерләнгән - һәр баш малға районда уртаса 16 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.

- Йыл ауыр булды. Ләкин хужалыҡтар тырышты, шул арҡала эш һөҙөмтәләре насар түгел. Ҡоролоҡто ла лайыҡлы үтеп сыҡтылар, - тине Фәүзиә Ғилманова.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас