Йәмғиәт
29 Сентябрь 2021, 07:00

Сылтыр-сылтыр шишмә аға, Ҡыҙҙар йырлап һыу ала

Зәки Нури һүҙҙәренә яҙылған был йыр нәҡ Маҡар ауылында урынлашҡан Аллағыуат шишмәһенә ҡағылған кеүек. Яңыраҡ шифалы сығанаҡ эргәһендә ҡыҙ һыны һәм күнәктәр барлыҡҡа килде.

Сылтыр-сылтыр шишмә аға, Ҡыҙҙар йырлап һыу алаСылтыр-сылтыр шишмә аға, Ҡыҙҙар йырлап һыу ала
Сылтыр-сылтыр шишмә аға, Ҡыҙҙар йырлап һыу ала

Йыл башында Маҡар ауылы халҡы Салауат ҡалаһының һәләтле рәссамы Илнур Ильясовҡа шишмәне ҡош фигураһы менән биҙәү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Уҙған йыл маҡарҙар “Башҡортостандың иң матур ауылы” проектында ҡатнашып, грант ота. Аҡсаның күп өлөшө төҙөкләндереүгә китһә, ҡалғанын сығанаҡты матурлауға йүнәлтергә булалар. Илнур һәм Ишембай рәссамы Рафаэль Ҡадыров объект менән танышыу өсөн Маҡарға юллана. Шишмә ер аҫтынан сыға, эргәһен ағастар уратып алған, шуға ла ҡош һынын ҡуйыу идеяһы уңышлы булмаҫ, тип уйлайҙар.

- Сығанаҡ тураһында уйлағанда шишмә янында көйәнтәләре менән ултырған Зөһрә ҡыҙ күҙ алдыма килде. Зөһрә тураһында легендала үгәй әсәһе ҡыҙға ҙур мискәгә һыу ташырға ҡуша. Ҡыҙ һыуға китеү менән, үгәй әсә мискәнең төбөн тишеп ҡуя. Төн буйы Зөһрә һыу ташый, ә мискә тулмай. Бер мәл арыған ҡыҙ шишмә янында ултырып айға ҡарап, ал әле мине үҙеңә, тип үтенә. Ай, ҡыҙҙы йәлләп, үҙенә ала. Ошо эпизодты эшкә ҡушырға булдыҡ, - ти Рафаэль Ҡадыров.

Изге уйҙы халыҡ та хуплап ала. Бына хәҙер ошо матурлыҡ шишмә янында урынлашҡан да инде. Таҙа һәм файҙалы минералдарға бай шишмәнән халыҡ өҙөлмәй. Юл ыңғайы ғына булһа ла, мин дә шишмә һыуын тәмләп ҡарарға булдым. Сығанаҡ һыуһынды ғына ҡандырмай, көс тө бирә тип яҙылған. Әгәр һыуҙы үҙең менән алһаң, аҙналар буйы боҙолмай. Һауыҡтырыу сифаттары ла бихисап. Аллағыуат шишмәһен даими эскәндәр, бөйөр сирҙәре менән ауырымай икән.

- Шифалы шишмә һыуы бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуа тиҙәр, ошо хаҡта ишетеп әсәйем өсөн һыу алырға килдек, - ти Стәрлетамаҡтан Камил Ямалетдинов.

Иң мөһиме – халыҡ таҙалыҡты хәстәрләп, изге урында сүп-сар ҡалдырып китмәһен ине. 


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас