

Йәшәү өсөн яйлы, сәләмәтлек өсөн зарарһыҙ ерҙе тәжрибәләренә таянып һайлай белгәндәр. Әлбиттә, хәҙер ҡала фатирҙарында ундай һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, шулай ҙа ыңғай энергиялы урынды асыҡларға була.
Яҡшы энергиялы йортта түгелгән һыу яй кибә, вазаларҙағы сәскәләр оҙаҡ һулымай тора, ағас әйберҙәр йылылыҡ һаҡлай, ти күҙәтеүселәр. Дөрөҫтөрмө-юҡмы, насар энергиялы йорттарҙа һөттөң тиҙерәк әсеүен, ҡайнар аштың тиҙ һыуыныуын, шәмдең һүрән яныуын билдәләгәндәр.
Йортта һәр саҡ йәмле, тыныс һәм уңайлы булһын өсөн тәүҙә үҙебеҙгә бер ни тиклем тырышлыҡ һалырға кәрәк, һәр һүҙебеҙ, хәүефләнеүебеҙ, кире хис-тойғобоҙ фатирҙағы йыһазда, стеналарҙа, әйберҙәрҙә, картиналарҙа сағылыш таба. Асыу, әрләшеү һеҙгә тыныс йоҡларға, ял итергә форсат бирмәйәсәк. Төшөнкө кәйефтән ҡотолорға ҡыҙыҡлы китап, күңелле музыка йәки фильм ярҙам итер.
Өйҙәге оҙаҡ ҡулланылмаған, иҫкергән, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән, айырыуса вафат булған кешеләрҙең кейемен йылдар буйы һаҡлауҙан ҡотолоғоҙ, тигән кәңәш бирә психологтар. Йорт йәки фатир – тамаҡ ялғай һәм йоҡлай торған ғына урын түгел, ә беҙҙең йәшәү биләмәһе. Ул беҙҙең кем һәм ниндәй икәнебеҙҙе асыҡ сағылдыра, энергияһы менән бүлешеп, көс-ҡеүәт, күңелгә тыныслыҡ бирә. Юҡҡа ғына “Йортом – ҡәлғәм” тимәгәндәр. Элек кешеләр насар уйлы әҙәмдәрҙең күҙе теймәһен, ундайҙарҙың кире энергияһын кире ҡағыу өсөн хатта кәртә башына иҫке аяҡ кейеме элер булған, тиҙәр...
Үҙ-ара һәйбәт мөнәсәбәт, татыулыҡ хөкөм һөргән, таҙа, йыйнаҡ, һәр ерҙә тәртип булған йортта йәшәү сәләмәтлегегеҙҙе оҙаҡ йылдарға һаҡларға ярҙам итер. Барыһы ла үҙебеҙҙең теләктән тора.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан