

Яҡташыбыҙҙың һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы эше, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары ошондай мәртәбәле награда менән баһаланды. Әнүәр Хәбулла улына почетлы исемде Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов тапшырҙы. Уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!