Бөтә Рәсәй тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе Эльза Мәүлимшина һүҙҙәренсә, бында Матрёна Григорьевна Михайлова ерләнгән.
«Ул 1871 йылда 68 йәшендә үлгән. Әле ҡәбер ташын ҡайҙа урынлаштырырға тигән мәсьәлә хәл ителә. Кемдәрҙә ошо кеше тураһында мәғлүмәттәр бар, хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ», — тип яҙҙы Мәүлимшина социаль селтәрҙәге сәхиәфәһендә.
Ҡәбер ташы ятҡан урында ҡатындың һөлдәһе табылмаған. 1917 йылғы революция осоронда ташты ситкәрәк алып барып ташлауҙары ихтимал, тип уйлай белгестәр.



