

Шәхси эшҡыуар Азамат Ибраһимов белдереүенсә, был проекттың маҡсаты булып халыҡты үҙенсәлекле һәм сифатлы хеҙмәтләндереү аша Ишембай ҡалаһының рекламалар хеҙмәте баҙарын үҙләштереү тора. Шәхси етештереү базаһын ойоштороу һәм ошо йүнәлештә алдынғы урынды биләү – шулай уҡ иң төп бурыстарҙың береһе. Әлеге мәлдә Азамат Наил улы адреслы табличкалар, мәғлүмәти, тематик стендтар эшләү, төрлө ҙурлыҡтағы баннерҙар дизайнлау һәм баҫтырып сығарыу менән шөғөлләнә. Автомобилдәргә реклама, наклейка, бренд яһау, ПВХ, алюмин-композит панель кеүек материалдарҙы фрезерлы киҫеү, шулай уҡ уның эшмәкәрлегенә ҡарай.
- Проектымдың төп маҡсаты – район һәм ҡала халҡына реклама таҡталары, баннерҙар эшләү, туҡымаларға сумблимациялы яҙыу, һүрәт баҫыу, көрөшкәләрҙе иҫтәлекле яҙмалар менән биҙәү, визиткалар, логотиптар, каталогтар яһау, винил пленкаларҙы плоттер менән киҫеү кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәрен тәҡдим итеү, - тип сығыш яһаны кәңәшмәлә шәхси эшҡыуар.
Билдәле булыуынса, бизнесты ошо йүнәлештә башлап ебәреү өсөн 350 000 һумлыҡ киң форматлы Roland PRO III XJ640 принтеры талап ителә.
- Әгәр ҙә проекттың авторы үҙ сығымдарын рәсми раҫлаһа, беҙ Roland PRO III XJ-640 ҡорамаланың ярты хаҡын финансларға әҙер. Бөтәһе лә уның мөмкинлектәренән тора, - тип билдәләп үтте эшҡыуарлыҡты үҫтереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Артур Әсәҙуллин.
Муниципаль район хакимиәтенең комиссия ағзалары Азамат Ибраһимовтың «Алға» проектын бер тауыштан ҡабул итте. Етәкселек, үҙ сиратында, уны ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Автор фотоһы