

Ауылдаштарыбыҙ һайлауҙа һәр йылдағыса бик әүҙем ҡатнаша. Иң йәш һайлаусыбыҙ Нәркәс булһа, иң ололары - Ғәрифә инәй менән Ғилмитдин бабай.
- Һайлауға үҙ аяғыбыҙ менән килеүебеҙ үҙе бер бәхет, киләһе йылда ла ошолайтып килергә яҙһын, - тип шатланып ҡайтып китте улар.
Ә иң беренселәрҙән булып һайлауға ауылыбыҙҙың иң актив апайҙары Минзилә менән Хәшиә апайҙар килде.