Йәмғиәт
18 Сентябрь 2021, 10:00

Ололар өлгө күрһәтә

Бәләкәй Мәҡсүт ауылындағы 2181-се һайлау участкаһына бөгөн иң тәүге булып ауылдың иң оло йәштәгеләренең береһе Рауза Әхмәт ҡыҙы Ғиләзетдинова килеп инде.

Ололар өлгө күрһәтәОлолар өлгө күрһәтә
Ололар өлгө күрһәтә

Быйыл 80 йәшен билдәләйәсәк инәй, ғүмер буйы колхозда эшләгән. Сөгөлдөрөн дә утаған, һарыҡ та ҡараған. Тырыш хеҙмәт, матур ғүмер юлы үткән Рауза Ғиләзетдинова йәштәрҙе тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырҙы. “Тормошомдан ҡәнәғәтмен. Ауылымды яратам, халҡы ла бик һәйбәт. Һайлауҙарҙан да бер ҡасан да ҡалғаным юҡ. Алда тағы һайлауҙарҙы күрергә яҙһын ”, - тине ул.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас