Йәмғиәт
18 Сентябрь 2021, 11:00

Һайлауға - парлап

Биксән ауылында урынлашҡан 2171-се һайлау участкаһында йыр-моң ағылып алыҫтан халыҡты үҙенә саҡырып тора.

Һайлауға - парлапҺайлауға - парлап
Һайлауға - парлап

Һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Рәғиҙә Таһирова әйтеүенсә, кисә бында һайлаусыларҙың 33 проценты тауыш биргән. Бөгөн иртәнге 9-ға йәнә 10 кеше килеп һайлаған.

Һайлаусылар араһында йәштәр ҙә, ололар ҙа бар. Беҙ барғанда участкала Гөлсиә һәм Ришат Мырҙағәлиндар ғаиләһен тап иттек.

- Һайлауҙа һәр ваҡыт ҡатнашабыҙ. Бөгөн дә һайлау бик матур бара. Музыка уйнап тороуы ла кәйефте күтәрә, -тине Мырҙағәлиндар.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас