

Тәүге булып конфоркалар Уңыш урамындағы йортта тоҡанды. - 2014 йылдан алып төҙөлөш алып барабыҙ, - ти йорт хужабикәһе Гөлназ Төхвәтуллина.
– Беҙҙең бөтәһе лә әҙер: ремонт эшләнек, мебель һәм техника һатып алдыҡ, ләкин коммуникация булмауы арҡаһында бында күсеү мөмкин булманы. Үҙебеҙҙе һыу менән
тәьмин итеү өсөн скважина быраулау эшен дә алып барабыҙ. Ә бөгөн йортобоҙға газ инде. Беҙ бик шатбыҙ, был ваҡиғаны бер нисә йыл көттөк, - тине ул.
Ишембай районы хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Дарик Ҡорбанов әйтеүенсә, 2018 йылдың декабрендә Радий Хәбиров Кузьминовкала йәшәүселәр менән осрашыу барышында микрорайонда газ үткәрергә вәғәҙәләй.
- Әле Кузьминовка урамдарына 21 километр оҙонлоҡта газ үткәргестәр һалынды, бының өсөн 30 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Биҫтәлә 70 йорт зәңгәр яғыулыҡҡа
тоташыуға дәғүә итә, - тине Дарик Ҡорбанов.
– Ләкин күп нәмә торлаҡ төҙөлөштәренең газ үткәреүгә әҙерлегенә лә бәйле. Бөгөн беҙ газды өс йортҡа ебәрәбеҙ: икәүһе Уңыш урамында һәм береһе Фәйзуллин урамында. Аҙаҡ эште заявкалар буйынса дауам итәсәкбеҙ. Октябрҙә һыу үткәргестәр селтәрен төҙөүҙе тамамларға ниәтләйбеҙ. Ә инде йорттарҙы һыу үткәргестәргә тоташтырыуҙы киләһе йыл яҙын башлаясаҡбыҙ.
Был йәй ҡабул ителгән законға ярашлы, кешеләр йорттарына газды һуҙған өсөн түләргә тейеш түгел. Төхвәтуллиндар заявканы документ үҙ көсөнә ингәнсе бирә, ләкин ғаиләгә участка сигенә тиклем газ үткәргес һалыуға киткән сығымдарҙы компенсацияларға вәғәҙә бирҙеләр.
Автор фотоһы.